СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Эссе "Мин -укытыусы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Эссе ”Мин - укытыусы”

Уҡытыусы!. Ниндәй тәрән мәғәнә, йылылыҡ,сабырлыҡ, ихласлыҡ һәм башҡа һанап бөткөһөҙ сифаттар бөркөлә унан.

Уҡытыусы- белем нурҙарын баларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Уҡытыусы- яҡтылыҡ йырсыһы. Уҡытыусы үҙе лә ниндәйҙер кимәлдә – уҡыусы, сөнки ул ғүмере буйы уҡырға, белемен камиллаштырырға, заман менән бергә атларға тейеш.

Мин дә бала сағымда: уҡытыусы булам тип хыялландым. Хыялым тормошҡа ашты: мин-уҡытыусы. Мине көн дә парта артында ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар Улар бит беҙҙең киләсәк. Уҡытыусы кешегә бик мөһим мәсьәлә йөкмәтелгән: улар киләсәкте тәрбиәләй. Уҡытыусы булғас ҡына мин минең яҙмышым илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанын аңланым.Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын. Йылдар үткәс кенә уҡытыусы һөнәренең ниндәй көскә эйә булыуын аңланым.

Минең уҡыусыларға күсергән назым, күңел йылым, биргән белемдәрем юҡҡа сыкмаһын ине. Һәр баланың күңелендә урын алып, уларға донъяла үҙ урындарын табырға, ҙур тырышлыҡ менән йәшәргә, ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңергә, дәрәжәләргә ирешергә ярҙам итһен ине. Бөгөнгө көндө иң ҙур бәхет- ул үҙемдең уҡыусыларымдың абруйлы булыуын күреү.Уларҙың барлыҡ ғәмәлдәрен тикшереп, яҡшыһын ямандан айырып күрһәтеү һәм ялғыш юлдан һаҡлап ҡалыу өсөн дә, мин-уҡытыусы яуаплы.

Укытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем. Бик күп йылдар класс етәксеһе вазифаһын да башҡарам. Һәр ваҡыт уҡыусыларым менән осрашып торабыҙ.Уларҙың тормошта үҙ урындарын табыуҙарына һөйөнәм. Урамдан үтеп барғанда: «Апа, һаумыһығыҙ! Хәлдәрегеҙ нисек?»- тип ҡаршы сыҡһалар, шунан да ҡыуаныслыраҡ нимә бар.

Бөгөнгө көндә мин үҙемде бик бәхетле тип уйлайым: яратҡан эшем, ярҙамсыл хеҙмәттәштәрем, мине хөрмәт итеүсе уҡыусыларым һәм ата- әсәләр булыу – үҙе ҙур бәхет. Тимәк, уҡытыусы һөнәрен һайлап бер ҙә яңылышмағанмын.

21.01.2018 20:51