СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урок по теме "Книга"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Урок по теме "Книга"»

Тема: Тылсымлы китап.

Маҡсат: Ғаилә менән китап уҡыу араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу, китаптың белем алыуҙа төп сығанаҡ булыуын аңлатыу. Балаларҙы китап уҡырға өндәү, ҡыҙыҡһыныу арттырыу, китап эшләргә өйрәтеү.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу мәле.

Һаумыһығыҙ!

Һаумыһығыҙ, әйҙә һаулашайыҡ,

Ошо һүҙҙән сафлыҡ бөркөлһөн

Тағы бер минутҡа йылмайыуҙан,

Оҙонайып китһен беҙҙең көн.

  • Бер-беребеҙгә йылмайыу бүләк итәйек.

  • Тештәрҙе күрһәтеп йылмайыу.

  • Йылмайған килеш ауыҙҙы яй ғына асыу һәм ябыу.

Мин Айгөл Фәйзрахман ҡыҙы булам. Смайликтар һеҙҙең алда дәрес аҙағында билдәләп китербеҙ. Дәрес барышында маҡсатты һәм теманы белерһегеҙ.Технология дәресен башлар алдынан ошо тарихҡа ҡолаҡ һалығыҙ.

Бына күптән донъяла яңғыҙ ғына малай йәшәгән, ти. Уны яратҡан, яҡын күргән, тәрбиәләгән кеше лә булмаған. Бик күңелһеҙ булған уға.

Бер ваҡыт бошоноп ҡына йөрөгән сағында малайға бер бабай осраған.

  • Ни эшләп йөрөйһөң, улым? – тип һораған бабай.

  • Минең яңғыҙыма бик ҡыйын. – тигән малай.

  • Мин һиңә нисек ярҙам итергә икәнлеген беләм. Әйҙә, беҙгә, - тигән бабай. Ул малайҙы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә йәшәгән өйөнә алып ҡайтҡан.

Малай килеп ингәс тә ике яҡлап стенала бик күп китаптарҙың теҙелеп торғанын күргән. Һәм уның да уҡырға теләге тыуған.

  • Ҡара улым, беҙҙә нисек күңелле! Беҙ барыбыҙ ҙа бергә татыу, шат, күңелле, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡташып, ҡыуанышып йәшәйбеҙ. Һин беҙҙә ҡал! – тигән бабай.

Ошо көндән алып малай, үҙ ғаиләһе барлыҡҡа килгәненә һөйөнөп, бәхетле йәшәй башлаған, ти.

Беҙ ҙә бөгөн дәрестә үҙебеҙҙе бер ғаилә ағзалары итеп хис итәйек.


Ҡат-ҡат ҡатлама

Аҡылың булһа ташлама. Нимә ул?

-Ә малай өйгә килеп ингәс тә нимәгә иғтибар итә әле?

(Теҙелеп торған китаптарға).

Тимәк, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ икән? (Китап)

Тәүге баҫма китап 1457-се йылда барлыҡҡа килгән.

Күбегеҙ һоҡланғыс йортҡа килә. Аҡыллы дуҫтарығыҙ-китаптарығыҙ йәшәй. Әйтегеҙ әле ул йорт нисек атала?

-Эйе ул йорт китапхана тип атала.

Беҙҙең республикала бөтәһе 1750 китапхана иҫәпләнә. Шулар араһында Зәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһы иң ҙуры һәм иң байы.

Бында 20 меңдән ашыу һирәк осрай торған китап бар.

( китаптарыңды күрһәт)

Ә кемдәр китап уҡырға ярата?

  • Якшы. Әҙәби китаптар өҫтәмә белем алырға ярҙам итә. Ниндәй ҡағиҙәләр беләһегеҙ?

  • Китапты тышларға,эсенә яҙмаҫҡа, рәсем төшөрмәҫкә,бысратмаҫҡа,ятҡанда,ашағанда китап тотоп ултырмаҫҡа.

Һеҙҙең менән “Тылсымлы китап” эшләргә өйрәнәсәкбеҙ.

Эш ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәбеҙ:

  1. Һәр кем үҙ урынында эшләй.

  2. Эш башлар алдынан эш урыныңды әҙерлә.

  3. Эш барышында эш урыныңды тәртиптә тот.

  4. Инструменттарҙы һәм материалдарҙы һаҡла.

  5. Эш бөткәс, эш урыныңды йыйыштыр.

  6. Төп ҡағиҙә: Берҙәм эшләгеҙ, иптәштәрегеҙгә ярҙам итегегеҙ, инструменттарығыҙҙы һәм материалдарығыҙҙы уртаҡ файҙаланығыҙ.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәйек: ҡулланмаған ваҡытта ҡайсы асыҡ көйө ятырға тейеш түгел, йә һауытта, йә ябыҡ көйө.

Эште эшләп күрһәтәм.


Китап уҡырға яратам

Ваҡыт булған саҡтарҙа.

Рәхмәттәрем сикһеҙ минең

Китап яҙыусыларға.

Ауылығыҙҙан кемдең шиғыры китап булып баҫылып сыҡты әле?(Айһылыу Ғәрифуллинаның китабын күрһәтеү).

Шаблондар төҫлөһө ҙурыраҡ, ул китаптың тышы буласаҡ, эске яғына аҡ А4 ҡағыҙынан уртаға ҡырҡып әҙерләп һалдым.

1.Иң беренсе эске яғын эшләп алайыҡ әле. Уртаға бөкләйбеҙ, минең менән бергә, икенсе яғында. Шулай итеп,беҙҙең эшебеҙ нимәгә оҡшаны? (Гармунға) Икенсеһендә эшләйек әле.

Ҡағыҙ битен күпме бөкләйһегеҙ,шунса китабығыҙҙың биттәре күп була. (Компьютерҙа күрһәтә бар)

2.Төҫлө ҡағыҙҙы алдыҡ. Уртаға бөкләнек,икенсе аҡ ҡағыҙҙы алып эсенә индереп ҡуяһың, артыҡ өлөшөн ҡырҡаһың ,шулай итеп рәтләп ҡуйҙыҡ. Бына инде тылсымлы китап.

-Балалар,был китаптың эсенә нимәләр яҙыр инек?Ғаилә альбомы итеп фотоларын,һүрәт йәбештерергә мөмкинме?

Был китабығыҙҙы матур итеп тулыландырығыҙ.

-Бөгөн дәрестә нимәләр хаҡында белдегеҙ?Үҙегеҙҙең эшегеҙҙе баһалағыҙ,смайликтарҙы күрһәтәбеҙ, дәрес оҡшанымы? Ниндәй һығымта яһар инегеҙ?Китапты таҙа килеш тоторға,белемдәрҙе арттырырға,дуҫ,татыу бер ғаилә ағзалары булып татыу йәшәргә”.

Рәхмәт”