Башҡортостан Республикаһы
Илеш районы муниципаль район Ишҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Мостай Кәрим тормошо һәм ижады
(башҡорт халыҡ байрамы – һабантуй нигеҙендә).
Башҡарҙы: Саҙретдинова Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы
беренсе категориялы
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ишҡар, 2021
Тема: Мостай Кәрим тормошо һәм ижады (башҡорт халыҡ байрамы – һабантуй нигеҙендә).
Маҡсат:
1. Уҡыусыларҙың Мостай Кәрим тормошо һәм ижады буйынса белемдәрен нығытыу, йомғаҡлау.
2. Халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тел байлығын, Мостай Кәрим ижадын пропагандалау.
3. Халыҡ һәм Мостай Кәрим әҫәрҙәре нигеҙендә уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләүен, телмәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу: Мостай Кәрим портреты, презентация.
I. Ойоштороу моменты.
(М.Кәримден “Һабантуйҙан ҡайтып киләм” шиғырынан өҙөк яңғырай):
И-һи! Күпме мәрәкәләр күрҙем,
Һәм үҙем дә булдым мәрәкә.
Үрмәләгән булдым бағанаға...
Дарман әйтте дәрткә: “Ҡуй, энем!..”
“Барыня”ға көсләп бейеттеләр,
“Сабата”ға үҙем бейенем.
Көс һынашты алыш майҙанында
Саярағы иһә ир-аттың,
Мин – бер ҡатлы, кеше көлдөрәм тип,
Күҙҙе бәйләп, көршәк ҡыйраттым.
– Һаумыһығыҙ, балалар. Бер һорауыма яуап бирегеҙ: Һеҙгә уҡып ишеттерелгән шиғыр өҙөгөндә ниндәй күренеш тасуирланған?
Һабантуй.
Афарин, дөрөҫ. Ә нимә ул һабантуй? Ниндәй күренеш?
Һабантуй – башҡорт халҡының байрамы. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән үткәрелә. Ғәҙәттә, район кимәлендә үтә. Милли көрәш, бағанаға үрмәләү, көршәк ватыу, тоҡ менән һуғышыу, тоҡ эсендә уҙышыу, ат сабышы һ.б. халыҡ уйындарынан тора. Бынан тыш, байрамда район алдынғылары бүләкләнә, яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһала.
Афарин. Шулай итеп, бөгөнгө дәресебеҙ һабантуй формаһында уҙасаҡ. Ә хәҙер киләһе һорауға яуап бирегеҙ: шиғыр өҙөгөнөң авторы кем? Һәм нисек атала был шиғыр?
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Һабантуйҙан ҡайтып киләм” шиғыры.
Дөрөҫ. Тимәк, кемгә бағышлана беҙҙең дәресебеҙ?
Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижадына.
Афарин. Һабантуй, ғәҙәттә, ауыл, район һәм республика кимәлендә үтә. Ә һабантуй аҡһаҡалдары булараҡ жюри ағзалары сығыш яһаясаҡ. Уларға һүҙ бирәйек.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Мостай ижады башҡорт халҡының тормошон, аҡылын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын үҙ эсенә алған ижад. Шуға күрә бөгөнгө көндә беҙ ошо майҙанда Мостай тормошон, Мостай һүҙен, Мостай ижадын хөрмәтләү, пропагандалау, быуындарға еткереү өсөн йыйылғанбыҙ. Ошоларҙың барыһы ла бөгөнгө дәресебеҙҙең төп маҡсаты. Шулай итеп, Мостай тормошо һәм ижады буйынса һабантуйҙы асыҡ тип иғлан итәбеҙ!
II. Бәйгеләр.
1. Ат сабышы бәйгеһе.
Егеттәр алып килгәндәр
Иң етеҙ юртаҡтарҙы.
Үҙҙәре лә һынатмайҙар,
Ситтә торһон аттары.
Был үҙенсәлекле бәйгелә – аттың яҡшыһы алға сығыр тигәндәй, кем Мостай Кәрим ижады буйынса һорауҙарға етеҙерәк, дөрөҫ яуап бирә, шуның аты алда буласаҡ.
Мостай Кәрим тормошо һәм ижады буйынса һорауҙарға яуап биреү (интерактив таҡтала һорауҙар теҙмәһе).
М.Кәрим ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (20.10.1919. Шишмә районы, Келәш ауылы).
М.Кәримдең ата-әсәһенең исемдәрен әйтеп уҙығыҙ. (Сафа һәм Вазифа).
Кем ул Оло инәй? (Кәримов Сафаның өлкән ҡатыны. Бәләкәй Мостафаны тәрбиәләүҙә актив ҡатнаша. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесының төп геройы).
М.Кәримдең ҡатыны һәм балаларының исемдәрен атап үтегеҙ. (ҡатыны Рауза, улы Илгиз, ҡыҙы Әлфиә).
М.Кәрим ниндәй уҡыу йортон тамамлай? (Тимирязев исемендәге башҡорт дәүләт педагогия институтын).
М.Кәримдең тәүге шиғыр йыйынтығы нисек атала һәм нисәнсе йылда донъя күрә? (“Отряд ҡуҙғалды”. Өфө, 1938).
Үлмәҫбай геройы ниндәй рус классигының персонажы менән ауаздаш? Персонаждың исемен атап үтегеҙ. (А.Твардовский. Василий Тёркин).
М.Кәрим нинсәнсе йылда башҡорт халыҡ шағиры исемен ала. (1963).
М.Кәрим ниндәй әҫәрҙәре өсөн Ленин премияһына лайыҡ була. (“Ташлама утты, Прометей!”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
М.Кәрим ҡасан вафат була? (21.09.2005).
Аҡһаҡалдар еңеүсене билдәләйҙәр.
2. Ҡолғаға менеү бәйгеһе.
– Киләһе бәйге – ҡолғаға менеү бәйгеһе. Был бәйгелә тест һорауҙарына яуап бирергә саҡырабыҙ. Кем бар һорауҙарға ла дөрөҫ яуап яҙа, шул еңеүсе тип иғлан ителә.
Вәзир, Айҙар, Ғабдулла ниндәй әҫәр персонаждары. А. “Оҙон-оҙаҡ бала-саҡ”. Б. “Ай тотолған төндә”. В. “Өс таған”.
М.Кәримдең ниндәй маҡтаулы исемдәре бар? А. Башҡортостандың халыҡ шағиры. Б. Салауат Юлаев премияһы лауреаты. В. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты.
М.Кәримдең исемен мәңгеләштергән күренеште дөрөҫ билдәлегеҙ. А. М.Кәрим исемендәге Башҡорт милли йәштәр театры. Б. М.Кәрим исемендәге 158‑се гимназия. В. Келәштәге М.Кәрим исемендәге йорт-музей.
М.Кәримдең ниндәй поэмаһында дезертир һалдат образы сағылыш таба. А. “Үлмәҫбай”. Б. “Сер”. В. “Ҡара һыуҙар”.
М.Кәрим нисәнсе йылда С.Юлаев премияһына лайыҡ була. А. 1967. Б. 1997. В. 1961.
Аҡһаҡалдар бәйгенең еңеүсеһен билдәләй.
3. Көршәк ватыу бәйгеһе.
Көршәк ватам, көршәк ватам,
Ватып булырмы икән?
Бүләккә бер матур яулыҡ,
Алып булырмы икән?
– Киләһе бәйге көршәк ватыу бәйгеһе. Көршәктәрҙе ватыу өсөн һеҙгә был өҙөктәр ниндәй әҫәрҙән икәнен белергә кәрәк. Шулай итеп, кем күберәк көршәк ватыр?
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның һыуын эскәнмен,
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Үҙ еремдә шулай үҫкәнмен. “Россиянмын”.
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, –
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына. “Ҡайын япрағы тураһында”.
Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра. “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”.
Беҙ тәкәббер халыҡ түгел,
Дуҫтар менән һин дә мин.
... Деньги есть – Уфа гуляем,
Деньги нет – Шишмә сидим. “Беҙ үҙебеҙ шишмәләр”.
Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан тороп
Күкрәгемдән ҡоштар осорам. “Ҡоштар осорам”.
Аҡһаҡалдар бәйгенең еңеүсеһен билдәләй.
4. Тоҡ кейеп йүгереү бәйгеһе.
Икегеҙгә ике тоҡ,
Йәгеҙ әле, тотоғоҙ.
Бәйгеләрҙә ярышып,
Һеҙ ҙә бүләк алығыҙ.
– Был бәйгелә ребустар сисергә кәрәк. Уларҙа Мостай Кәримдең шиғыр исемдәре йәшенгән. Шулай итеп, интерактив таҡтаға иғтибар итегеҙ.
1. “Ҡар”.
2. “Тулҡындар”.
3. “Трамвайҙа”.
4. “Балалыҡ”.
5. “Ай”.
6. “Ике бокал”.
7. “Ямғыр”.
Аҡһаҡалдар бәйгенең еңеүсеһен билдәләй.
5. Сәсәндәр бәйгеһе.
– Ниндәй бәйге сәсәндәрһеҙ үтһен инде? Оҫта телле, матур күңелле һүҙ оҫталарын бәйгегә саҡырабыҙ. Был бәйгелә тел оҫталарын тикшерәбеҙ.
Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе. (Уҡыусылар үҙҙәренең һайлауы буйынса шиғырҙар, поэмаларҙан өҙөктәр һөйләй).
III. Йомғаҡлау.
– Һабантуй тамам. Аҡһаҡалдарға һүҙ бирәбеҙ.
– Ҙур рәхмәт, ырыуҙаштар. Һабантуй йәмле, йәнле үтте. Барығыҙ ҙа тырыштар, оҫталар икән . Араларҙа сәсәндәребеҙ ҙә бар . Бик ҙур шатлыҡ менән ҡарап ултырҙыҡ. Ә хәҙер еңеүселәрҙе биләләргә лә ваҡыт етте.
– Шулай итеп, уҡыусылар, Һеҙгә һабантуй оҡшанымы?
– Әйе.
– Башҡорт йолалары, байрамдары киләсәктә лә онотолмаһын, быуындан–быуынға күсһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, сәсән телле шағирҙарыбыҙ тураһында ла онотмайыҡ, балалар.
IV. Баһалау.
V. Өйгә эш биреү. (Мостай Кәрим тормошо һәм ижады буйынса альбом төҙөп килергә).
– Хөрмәтле һабантуй бәйгеселәре, аҡһаҡалдар ошоноң менән беҙҙең дәрес тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт. Һау булығыҙ.
“Һеҙҙең Бөркөтлөлә булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ауылдарҙың береһен күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Бөркөтлөнө күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: “Бөркөтлө”