Тема: Тән ағзалары, шәхси гигиена.
Маҡсат: 1.Башҡорт теленән алған белемдәрен нығытыу; телмәр логик фекерҙе үҫтереү.
2. Уҡыусыларҙың уйлау- фекерләү, аралаша белеү һәләттәрен, иғтибарлыҡтарын үҫтереү
3. Уҡыусыларҙа таҙалыҡ, бөхтәлек кеүек сифаттар тәрбиәләү.
Просмотр содержимого документа
«Урок башкирского языка»
Тема: Тән ағзалары, шәхси гигиена.
Маҡсат: 1.Башҡорт теленән алған белемдәрен нығытыу; телмәр логик фекерҙе үҫтереү.
2. Уҡыусыларҙың уйлау- фекерләү, аралаша белеү һәләттәрен, иғтибарлыҡтарын үҫтереү
3. Уҡыусыларҙа таҙалыҡ, бөхтәлек кеүек сифаттар тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:дәреслек, таблица, слайдтар, карточкалар.
Дәрес барышы. слайд1
I.Ойоштороу мәле. (Психологик уңай тыуҙырыу).
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
-Хәлдәрегеҙ нисек?
- Күҙҙәрегеҙ менән бер-берегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ.
- Бер-берегеҙгә ҡулығыҙҙы биреп күрешегеҙ
- Иркен итеп танауығыҙ менән тын алдыҡ .
- Ултырҙыҡ.
-Уҡыусылар, бөгөн дәрестә күҙҙәрегеҙ ҡарап ҡына тормаһын – күрһендәр, ҡолаҡтарығыҙ тыңлап ҡына тормаһын – ишетһендәр. Иғтибарлы булығыҙ. Мин һеҙгә уңыштар теләйем.
Артикуляцион күнегеү. слайд 2
Бына танауым
Был минең ҡашым.
Күҙем, ҡолағым,
Ә бына башым.
- Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.
– Балалар уҡый.
– Бергәләп уҡыу.
Маҡсатҡа сығыу.
Балалар беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында уҡыныҡ?
Быларҙы бер һүҙ менән әйтегеҙ.
Эйе, бөгөн тән ағзалары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Тағы ла тәндең ниндәй ағзаларын беләһегеҙ?
Төп өлөш.
Слайд 3
264-се күнегеү .
-Һүрәттәргә ҡарағыҙ ҙа, тән ағзаларын әйтегеҙ.Улар ниндәй функция үтәйҙәр.
Инеш әңгәмә.Тән ағзалары беҙгә хеҙмәт итһен өсөн беҙ уларҙы һаҡларға тейешбеҙ.Һаулыҡ – ул ҙур байлыҡ.Һәр бер кешенең бурысы – сәләмәтлеген һаҡларға өйрәнеү. Һаулыҡты һаҡлау өсөн тәнде тәрбиәләүҙең ҡайһы бер ҡағиҙәләрен белеү мөһим. Улар медицина фәненең «Гигиена» тигән махсус бүлегендә өйрәнелә.
Дәфтәрҙә эш.
-Бөгөнгө числоны яҙабыҙ.
-270 –се күнегеүҙе башҡарабыҙ. Һөйләмде яҙып бөтөр. Слайд 4
Зәлиә гимнастика (эшләй)
Айрат урынын (йыйыштыра)
Олег иртәнге аш( ашай)
Зөлфиә мәктәпкә (бара)
Телефон (шылтырай)
-Ошо һөйләмдәрҙә кем һаулығын ҡайғырта?
263 –сө күнегеү. Һүрәттәргә тура килгән һөйләмдәрҙе яҙығыҙ. Слайд 5.
Олеся тешен таҙарта.
Самат мәктәпкә бара.
Ял минуты.
Карточкалар менән эш . Нөктәләр урынына тейешле ялғауҙар ҡуйығыҙ.
Минең Һинең Уның
баш... баш... баш...
ҡаш... ҡаш... ҡаш...
күҙ... күҙ... күҙ...
ҡул... ҡул... ҡул...
танау... танау... танау...
Балалар бер- береһен тикшерә.
Бер – ике һөйләм төҙөргә.
Йомғаҡлау.
(рефлекция) нөктә урынына тейешле һүҙ әйтегеҙ. Слайд 6
-Бөгөн миңә ... оҡшаны.
-Һаулыҡ һаҡлау өсөн нимә эшләйһегеҙ?
-Эйе, саф һауала йөрөргә кәрәк......
Баһалау.
Өйгә эш:
Карточкалар таратыла. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып күсереп яҙығыҙ
Тән өлөштәре: _ул, с_с, ба_ , ҡа_ , барма_ тар, ая_тар, к_ ҙ, тана_ , ҡола_ .