СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Туған телдән эш программаһы (5-9)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Туған телдән эш программаһы (5-9)»

Уҡыу предметын, курсын үҙләштереү һөҙөмтәләре.


Шәхси һөҙөмтәләр:

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-яҙма телмәрҙәге тыныш билдәләренә иғтибар итеү (һөйләм аҙағындағы өндәү, нөктә, һорау, күп нөктә билдәләренә), һөйләү телмәрендәге интонация, темп, һөйләү тонын айырыу;

-башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интелектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль – этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

-башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау;

-туған телгә ҡарата ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;

-милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү;

-уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу: тиҫтерҙәреңә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;

-башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау;

-мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

-тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

-үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.


Метапредмет һөҙөмтәләре:

-уҡытыусы ярҙамында дәрескә маҡсат һәм бурыстар ҡуйыу;

-эштәрҙең эҙмә-эҙлеклелеген билдәләү;

-уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләргә өйрәнеү;

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре араһындағы айырманы аңлата белеү.

-дәреслек, һүҙлек менән эшләү;

-бер информацияны икенсе төр формала бирә белеү;

-текстарға, иллюстрацияға ҡарата бирелгән һорауҙарға яуаптар табыу;

-уҡытыусы менән бергә эшләгән эшкә һығымта эшләү;

-мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;

-телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

-төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу;

-өйрәнелгән морфологик күренештәрҙе текстан таба һәм аңлата белеү;

-синтаксик-стилистик күнегеүҙәр башҡарыу.

-бәйләнешле һөйләмдәр, бәләкәй текст күләмендә үҙ фекерен белдереү;

-һүҙҙәрҙе аңлы, тасуири, дөрөҫ уҡыу;

-үҙ-үҙеңде, класташыңды баһалау;

-бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

-текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

-тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

-башҡаларҙың телмәрен тыңлап аңлау, аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлау;

-бәйләнешле һөйләмдәр, бәләкәй текст күләмендә үҙ фекерен белдереү.


Предмет һөҙөмтәләре:

-һүҙҙәрҙә өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, ижеккә бүлеү, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе асыҡлай белеү;

-һүҙҙе юлдан юлға күсерергә ижектәргә дөрөҫ бүлеү;

-һүҙҙәргә өн анализы яһай белеү;

-һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, тексты дөрөҫ, матур күсереү, күсергәнде өлгө буйынса тикшерә белеү;

-һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, тексты диктант итеп яҙа белеү;

-кеше исемдәрен, фамилияларын, географик атамаларҙың исемдәрен ҙур хәреф менән яҙа белеү;

-һүҙҙәргә һорау бирә белергә, һөйләмдә нимә йәки кем тураһында һүҙ барғанын белеү;

-һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөй белеү;

-картина буйынса ҙур булмаған хикәйә төҙөү; уҡытыусы ярҙамында был хикәйәне яҙыу;

-класташтың яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре;

-башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, хәрефтәре, уларҙың дөрөҫ әйтелеше өҫтөндә эшләү;

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен белеү, практик ҡулланыу;

-исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәртеү үҙенсәлектәрен белеү;

-үҙ аллы һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, ҡылым, алмашты өйрәнеү, практик ҡулланыу, улар араһындағы айырманы аңлата белеү;

-ҡылым һөйкәлештәрен, затлы һәм затһыҙ, барлыҡ – юҡлыҡ формаларын,ҡылым төркөмсәләрен өйрәнеү;

-ҡылымдың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик танышыу;

-ярҙамсы һүҙ төркөмө булараҡ теркәүес,бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар тураһында белешмә алыу, практик ҡуллана белеү.

-һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө үҙенсәлектәрен белеү;

-эйә менән хәбәрҙе билдәләү; эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылыуын аңлата белеү;

-һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белеү;

-ике составлы, бер составлы, кәм һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең принциптарын өйрәнеү;

-һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре араһындағы айырманы аңлата белеү;

-төрлө типтағы ябай һөйләмдәр төҙөү күнекмәләрен нығытыу, уларҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендә файҙаланыу, дөрөҫ интонация менән уҡыу;

-тыныш билдәләренең дөрөҫ ҡуйылышын нығытыу;

-теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе айыра белеү;

-эйәрсән һөйләм төрҙәрен өйрәнеү;

-ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр һәм күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрменән танышыу;

-өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү;

-һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә ҡуйылыу осраҡтарын өйрәнеү;

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау:

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында диктант, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана.



Уҡытыу предметының,курсының йөкмәткеһе


Фонетика.

Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр. Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.Башҡорт телендәге ҡ-ғ, к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт телендә [W] өнө һәм уның яҙылыу ҡағиҙәләре. Башҡорт телендә [ҡ]-[ғ], [к]-[г],[п]-[б] өндәренең сиратлашыуы, -нк, -нг, -ск тартынҡыларына бөткән һүҙҙәргә ялғауҙар ҡушыу ҡағиҙәләре. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү. Башҡорт телендә ижек. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу. Интонация һәм уның төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәре. Фонетика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Баҫым. Логик баҫым.


Һүҙъяһалыш.

Һүҙ составы. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу. Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.

Лексикология.

Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы. Синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Синонимдар, антонимдар, омонимдарҙы танырға һәм ҡулланырға өйрәтеү. Лексикология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



Морфология.

Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгәрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Исемдәрҙең күплек категорияһы, уларҙың үҙенсәлектәрен рус теленең күплек категорияһы менән сағыштырыу. Башҡорт телендә, рус теленән айырмалы рәүештә, бөтә исемдәрҙең дә күплек ялғауы ҡабул итә алыуын практик күҙәтеү. Башҡорт телендә, рус теленән айырмалы рәүештә, фәҡәт берлектә йәки күплектә генә ҡулланыла торған исемдәрҙең юҡлығын асыҡлау. Башҡорт телендә исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, уларҙың мәғәнәләре. Эйәлек ялғауы ҡабул иткән исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешен күрһәтеүсе таблица төҙөү, текстарҙан табыу күнегеүҙәре башҡарыу.Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы, уның бирелеү юлдары. Исемдәр буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең башҡортса һәм русса дөрөҫ яҙылышына, бәйләнешле телмәрҙә ҡулланылышына һәм үҙгәрешенә, рус теленән башҡорт теленә, башҡорт теленән рус теленә тәржемә итеү күнекмәләрен нығытыуға күнегеүҙәр.

Сифат. Сифат дәрәжәләре. Дәрәжә формаларының яһалышы. Төп һәм шартлы сифаттар.Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.Сифаттарҙың үҙгәреше.Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.

Алмаш. Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.

Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәре, төркөмсәләре, телмәрҙә ҡулланыу.Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау.

Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.

Фонетик күнегеүҙәр. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың яҙылышы. Цифрҙар менән яҙылған һандарҙы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен үткәреү. Башҡорт телендә исем алдында килеүсе һандарҙың үҙгәрелеүе. Ҡылым

Ҡылым. Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы.

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе. Ниәт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Ҡылым төркөмсәләре. Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.

Исемлек билдәләре: килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүе.

Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.

Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.

Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.

Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында килеүсе сифат ҡылымдарҙың һан, эйәлек, килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе. Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.

Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.

Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп ҡабатлау.

Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.

Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.

Ярҙамсы һүҙҙҙәр . Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.

Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.

Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре араһындағы айырманы аңлата белеү. Һүҙҙәргә морфологик анализ күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эш. Йыл буйына өйрәнелгән морфологик күренештәрҙе текстан таба һәм аңлата белеү. Ҡылым (ҡабатлау). Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу. Ҡылым төркөмсәләре. Исем ҡылым. Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе

Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы

Ҡылымдың юҡлыҡ формалары. Ҡылымдың затлы һәм затһыҙ формалары. Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Ҡылым һөйкәлештәре. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы.Ҡылымдың заман формалары.


Синтаксис.

Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация.

Һүҙбәйләнештәр. Һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө. Ҡушма һүҙ һәм һүҙбәйләнеш, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы.Һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө. Ҡушма һүҙ һәм һүҙбәйләнеш, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Һүҙҙәрҙең ыңғай һәм кире тәртибе, уның сәбәптәре.

Әйтелеү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре.

Хәбәр, һорау һәм бойороҡ - өндәү, тойғо һөйләмдәр, уларҙың үҙенсәлектәре.

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә. Эйәнең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше, составы.Хәбәр. Хәбәрҙең төп билдәләре, уның составы һәм бирелеше. Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.Аныҡлаусылар, уларҙың бирелеше. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлектәр, уларҙың үҙенсәлектәре. Тултырыусылар. Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар.Билдәле һәм билдәһеҙ тура тултырыусылар, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәре.

Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Рәүеш хәле.Урын хәле. Ваҡыт хәле. Уларҙың телмәрҙәге роле. Маҡсат хәле. Сәбәп хәле. Күләм-дәрәжә хәле. Шарт хәле. Кире хәл.

Тиң киҫәкле һөйләмдәр.Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре, дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

Ике һәм берсоставлы һөйләмдәр.

Бер составлы һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре: билдәле эйәле һөйләмдәр, билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр, дөйөм эйәле һөйләмдәр, эйәһеҙ һөйләмдәр, атама һөйләмдәр.Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.Айырымланыу тураһында төшөнсә. Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы. Айырымланған эйәрсән киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.Хәлдәрҙең айырымланыуы. Хәл әйтемдәре, уларҙың айырымланыуы.

Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр.

Өндәш һүҙҙәр.Өндәш һүҙҙәр һәм улар эргәһендә тыныш билдәләре.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, инеш һөйләмдәр.

Тура һәм ситләтелгән телмәр.Тура һәм ситләтелгән телмәр. Тура һәм ситләтелгән телмәрҙең айырмаһы. Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Грамматиканан йыл буйыны үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Һүҙ төркөмдәре һәм һөйләм киҫәктәре араһындағы айырма. Эш ҡағыҙҙары.

Һүҙ һәм һөйләм (ҡабатлау). Һөйләм киҫәктәре. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. Бер һәм ике составлы һөйләмдәр. Билдәле эйәле һөйләм. Дөйөм эйәле һөйләм. Билдәһеҙ эйәле һөйләм. Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләм. Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

Ҡушма һөйләм синтаксисы. Теҙмә ҡушма һөйләм. Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Эйәртеүле ҡушма һөйләм. Эйәрсән һөйләм төрҙәре (эйәрсән эйә һөйләм, эйәрсән хәбәр һөйләм, эйәрсән аныҡлаусы һөйләм, эйәрсән тултырыусы һөйләм, эйәрсән хәл һөйләмдәр,эйәрсән урын һөйләмдәр, эйәрсән рәүеш һөйләмдәр, эйәрсән сәбәп һөйләмдәр, эйәрсән маҡсат һөйләмдәр, эйәрсән шарт һөйләмдәр).

Эйәрсән эйә һөйләм, уның баш һөйләмдең эйәһе урынында килеүе,йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән эйәне асыҡлауы, баш һөйләмгә бәйләнеү саралары, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Рус теленә тәржемә ителеше.

Эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәр, уларҙың баш һөйләмдең аныҡлаусы урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән аныҡлаусыға ҡарауы, уларҙың баш һөйләмгә бәйләнеү саралары , тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Башҡорт телендәге эйәрсән аныҡлаусы һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.

Эйәрсән тултырыусы һөйләм, уның баш һөйләмдең тултырыусыһы урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән тултырыусыға ҡарауы,баш һөйләмгә бәйләнеү саралары, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән хәл һөйләмдәр. Эйәрсән ваҡыт һөйләм, уның баш һөйләмдең ваҡыт хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән ваҡыт хәлен асыҡлауы. Ваҡыт һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән урын һөйләм, уның баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән урын хәлен асыҡлауы, йә баш һөйләмдәге урын хәле урынында килеүе. Урын һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Башҡорт телендәге урын һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.

Эйәрсән рәүеш һөйләмдәр. Улар баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән рәүеш хәлен асыҡлайҙар, йә баш һөйләмдең рәүеш хәле урынында киләләр. Эйәрсән рәүеш һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Эйәрсән рәүеш һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе рус теленә тәржемә итеү.

Эйәрсән сәбәп һөйләм, уның баш һөйләмдеңсәбәп хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдә мөнәсәбәт һүҙе менән килеп бирелгән сәбәп хәлен асыҡлауы. Эйәрсән сәбәп һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән маҡсат һөйләм, уның баш һөйләмдә мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән маҡсат хәлен асыҡлауы, йә баш һөйләмдәге маҡсат хәле урынында килеүе. Эйәрсән маҡсат һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән күләм – дәрәжә һөйләм, уның баш һөйләмдә күләм – дәрәжә хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән күләм – дәрәжә хәлен асыҡлауы. Эйәрсән күләм – дәрәжә һөйләмен баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.

Эйәрсән шарт һөйләм, уның баш һөйләмдәге шарт хәле урынында килеүе, йә баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән күләм – шарт хәленә ҡарауы. Эйәрсән шарт һөйләмдәрҙе баш һөйләмгә бәйләүсе саралар,тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Эйәрсән кире һөйләм, уның баш һөйләмдәге мөнәсәбәтле һүҙ менән бирелгән кире хәлгә ҡарауы, йә баш һөйләмдәге кире хәл урынында килеүе. Эйәрсән кире һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр, төрҙәре.

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә: тиң эйәрсән һөйләмле һәм тиң булмаған эйәрсән һөйләмле, күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, уларҙағы тыныш билдәләре.

Башҡорт телендә юҡлыҡты белдереү. “Синтаксис ” темаһын ҡабатлау.

Тел буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.





Тематик планлаштырыу


№


Темалар

Кластар

5

6

7

8

9

1.

Фонетика

15

5

3


2

2.

Һүҙъяһалыш

11




3

3.

Лексикология

8





4.



Морфология

Исем


12


2

1


Сифат


5



1


Һан


5



1


Ҡылым



21


5


Алмаш


7



1


Рәүеш



4


1


Ярҙамсы һүҙҙәр



6



5.

Синтаксис

Һүҙбәйләнеш




5


Ябай һөйләм синтаксисы




17



Ҡушма һөйләм синтаксисы




10

14



Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар





5



Бөтәһе :


34


34


34


34


34