СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий праздника "Әлифба"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий праздника "Әлифба"  можно использовать для школ с башкирским языком обучения.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий праздника "Әлифба"»

Галина Гульмира Танатаровна,

учитель начальных классов

Мурадымовский филиал МОБУ СОШ

д.Байназарово, Бурзянский район

Сценарий на праздник «Әлифба байрамы»

Уҡытыусы:

Күтәренке күңелле,

Барһы көләс, шат бөгөн!

Күктә ҡояш йылмая,

Йәшерә алмай шатлығын.

Оло байрам бөгөн беҙҙә

Байрамдың да байрамы.

Ҡотло булһын, гөрләп торһон,

Әлифбабыҙ байрамы.

1-се уҡыусы:

 Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!

Көттөк һине йыл буйы.

Ҡотло булһын, ҡотло булһын,

Әлифбабыҙ байрамы!

2-се уҡыусы:

Бөгөн мәктәп бигерәк матур

Уттары балҡып тора.

Дуҫтар, һеҙҙе саҡырабыҙ

Әлифба байрамына.

3-сө уҡыусы:

Йырлайһы килеп кенә

Тора барыбыҙҙың да.

Көтөп алған байрамы

Бөгөн һәммәбеҙҙең дә.

Йыр: «Әлифба тигән китап»

УҠЫТЫУСЫ:

-Ҡәҙерле уҡыусыларым, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә ҙур байрам- Әлифба байрамы! Әле 1 сентябрь иртәһендә генә мәктәп тупһаһынан тәүге тапҡыр атлап кергән бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар,  бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Эйе, хәрефтәрҙе таныу, ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, уҡырға өйрәнеү еңел булманы. Әммә һеҙ тырыштығыҙ, өйрәндегеҙ. “Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр”- тиҙәр. Булдырҙығыҙ! Бөгөн беҙҙең класта барлыҡ балалар ҙа уҡый, яҙа, иҫәпләй беләләр.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!

4-се уҡыусы:

Хәҙер, әсәй, ҙур үҫтем,

Уҡый, яҙа беләмен.

Әлифбаның биттәрен

Ятҡа һөйләп бирәмен.

Һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе

Еткерәбеҙ һәммәбеҙ.

Оло ярҙамығыҙ өсөн

Башыбыҙҙы эйәбеҙ!

БЕЙЕҮ

“Әлифба” китабы сыға:

Мин – Әлифба, таныйһығыҙмы?

Танымайым тип тормайһығыҙмы?

Юктыр, юктыр ышанам,

Һеҙҙе күреп шатланам.

Иҫемдә һәр берегеҙҙең

Күңелле йөҙҙәрегеҙ,

“Яҡшы” тигәс уҡытыусы

Йылмайған күҙҙәрегеҙ

Хәҙер инде ҙур үҫтегеҙ,

Уҡыусы булдығыҙ һеҙ

Төрлө-төрлө фәндәрҙе

Яратып уҡырһығыҙ һеҙ.

Юғалмаҫһығыҙ бер ҡасан да

Китап булһа дуҫығыҙ

Тырышлыҡ һәм сабырлыҡ

Булһа гел юлдашығыҙ.

5-се уҡыусы:

Әлифба,Әлифба,

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә

Зур байрам шикелле.

Матур итеп һөйләргә,

Аңлайышлы уҡырға,

Йомаҡтарҙы сисергә

Өйрәттең һин, Әлифба.

6-сы уҡыусы:

Өйрәттең, Әлифба, беҙҙе

Тәбиғәтте һөйөргә.

Кес кенә дуҫтарыбыҙға

Бул һин дуҫым, тиергә.

Өйрәттең таҙа булырға,

Бөхтәлекте һаҡларға,

Уҫал, йәмһеҙҙәрҙән беҙгә

Кескәйҙәрҙе яҡларға.

7-се уҡыусы:

Мин был китапты яраттым,

Хәрефтәрен өйрәндем.

Шуға күрә әйтәм уға:

Рәхмәт, һиңә, Әлифба!

8-се уҡыусы:

Тел асҡысы – әлифбаға

Бөгөн рәхмәт әйтәбеҙ

Тырышып, матур уҡырға

Һүҙ бирәбеҙ бөтәбеҙ.

9-сы уҡыусы:

Ҙур ярҙам итәр беҙгә

Дәрестә алған белем.

Таяныс булыр юлда

Әлифба биргән белем.

ЙЫР: “Әлифба”

Билдәләр керә: “2” “3”билдәләре.

“3” билдәһе:

 Бөгөн байрам икән һеҙҙә

Килдек әле беҙ ҙә бына

Ҡарағыҙ беҙ ниндәй матур,

Мин йәйә, ә мин аҡҡош

“2” билдәһе:

Беҙҙе алыу бик еңел,

Кәрәкмәй тырышырға.

Кәрәк ялҡау булырға,

Һәм бик насар уҡырға.


Уҡытыусы: Балалар, был билдәләр менән дуҫ булабыҙмы? (ЮҠ)



“2” “3”билдәләре: Киттек улайһа,  дуҫтар эҙләргә.



“4”, “5” билдәләре керә.

«4» билдәһе:

 Мин дүртле – яҡшы тимәк

Тырыштар янында мин.

Минең менән дуҫлашһағыҙ –

“Бишле”гә  йырак түгел.

«5» билдәһе:

Мин “биш” ле бик көслө

Юҡҡа ғына ҡуймайҙар

Кем тырыша, көс һала

Шулар минең ысын дуҫтар.


Уҡытыусы:

Балалар, был билдәләрҙе дуҫ итәбеҙме?

Бергә: Эйе


Әлифба:

 Ысын дуҫтарҙы ямандан

Айыра беләһегеҙ икән

Гел шулай зирәк булыгыҙ,

Һынатмағыҙ, алға барығыҙ.



Йәгеҙ әле, балалар, Әлифбаға ант бирәйек әле


“Биш”кә уҡыясаҡмын

Хәрефтәр таныш миңә

Күберәк белер өсөн

Яҙылам библиотекаға

Хор менән: Ант итәм

Телдән иҫәпте үҫтерергә

Миҫалдар күп эшләргә!

Ант итәм

Матур һүрәттәр төшөрөргә

Ҡыйын икәнен беләм

Ләкин һәр саҡ тырышырға

Мин бында ла Ант итәм


Уҡыуҙа,эштә ялда

Класташтарым менән бергә

Һәр ваҡыт дуҫ булырға

Ант итәбеҙ бөгөн һеҙгә!

БЕЙЕҮ

10-сы уҡыусы:

Эй Әлифба,Әлифба- Оло донъяға юл алдыҡ

Беҙҙең беренсе китап. Ынтылып, ҡанатланып.

Әлифба менән киләбеҙ Әкиәт тә, хикәйәт тә

Белем һуҡмағын тапап. Беҙ уҡыйбыҙ шатланып.

11-се уҡыусы:

Яҙырға өйрәттең Яҙырға өйрәнәм:

“Әсәйем” һүҙен дә, “Берҙән-бер Тыуған ил;

“Атайым” һүҙен дә- Берҙән-бер тыуған ер-

Тырышам үҙем дә! Ярата мине ул!”

Йыр: “Учат в школе”

УҠЫТЫУСЫ

Кем зирәк, тапҡыр икән,

Һынап ҡарайыҡ, әйҙәгеҙ.

Ә мин йомаҡ әйтәмен.

Һеҙ яуаптар  табығыҙ,

1)Юк, аяғы, юҡ күҙе,

Һөйләй, өйрәтә үҙе.

Телгә унан оҫта юҡ,

Унан яҡын дуҫ та юҡ.          (Китап)

2)Сумка тотоп инәһең,

Белем тейәп  сығаһың.       (Мәктәп)

3)Төрлөһө төрлө төҫтә,

 Барыһы ла бер эштә.         (Буяу ҡәләмдәре)

4)Аҡ яланда ҡара малай,

Ҡыҙыу йөрөп, эҙ яһай,

Эҙ яһамай, һүҙ яһай.  (Ручка)

5)Теле юҡ- үҙе аңлата (китап) 

 6)Кешегә биргән һайын, үҙеңдә арта бара (аҡыл)                                          

7)Аҡ  ҡағыҙҙан тегелгән     8)Яҙа ул, һыҙа ла             9) Һүрәт яһай алмаһаң

шаҡмаҡлы була, ҡыя           Була төрлө төҫтә                ҡайғырып ҡуйма

һыҙыҡлы ла була ул             һәр эштән ҡыҫҡара          Һиңә ярҙамға килер

һан, хәреф уға һыя               сығарма шуны иҫтән      Тоғро дуҫың..( юйма)

(дәфтәр)                                     (ҡәләм)                      

10)Ҡәләм дуҫы менән ул         11)Аҫып була арҡаға

ары ла бире һыҙа                      Ҡулда ла тотоп була

Ситкә тамсы тайпылмай          Китап, ҡәләм, дәфтәрҙәр

Туп-тура һыҙыҡ һыҙа.               Уның эсенә тула.

(линейка)                                          ( сумка)


ЙЫР: «Эх, егеттәр, егеттәр»

УҠЫТЫУСЫ:

Иҫәп белһәң -уңырһың,  ә белмәһәң-туңырһың.  Балалар, мәсьәлә   сисә беләһегеҙ микән, тикшерәйек әле.

1.Йәшәгән, ти,  бер суртан,

Саҡырған , ти, ул ҡунаҡ.

Килгән, ти  биш сабаҡ та сиңерткә.

Һанап ҡара, балығы нисә?    


2.Торна дәрес үткәргән

һайыҫҡандар саҡырған.

Ете һайыҫҡан килгән,

Тик өсөһө дәрес белгән.

Нисә ялҡау һайыҫҡан

был дәрестә ултырған.


Әлифба              

Афарин , балалар!

        Мин- Әлифба, Әлифба

        Бөтәһенә  лә  оҫта

        “А” –нан башланып  китәм

        “Я”- ға  хәтлем  юл  үтәм.

        Һәр  хәрефем  тылсымлы-

        Төшөнә  бар  ошоно.

        Минең  менән  кем  туған-

        Шул  була  тырыш, уңған.

        Шатлығым  ҙур-  барығыҙ  ҙа

        Көр  күңелле , иҫән-һау.

        Арағыҙҙа, миҫал  өсөн,

        Юҡ,  тапманым  бер  ялҡау.


Уҡытыусы:

Тыпыр-тыпыр тыпырҙашып

 Бергә баҫайыҡ әле

Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп

Күңел асайыҡ әле.


БЕЙЕҮ

12-се уҡыусы:

Беренсе  китап  һин  булдың

      Әлифба  дуҫ,  хуш  инде

      Юҡ  та хуш  түгел, иҫән  бул,

      Һин  айырылмаҫ  дуҫ  инде

13-сө уҡыусы:

  Рәхмәт, әлифба, һин  беҙҙе

        Әллә  күпме  үҫтерҙең

        Яңы  баҫҡысҡа  күтәрҙең

         Туған  телгә  күсерҙең


Әлифба  

Ярай, балалар,  мин  һеҙҙең  менән  хушлашайым.

Гел  шулай  тырыш  булығыҙ

Тырышты  һөйә  белем

Халҡым  шатланһын  һеҙгә

Ҡыуанһын  тыуған  илем.


УҠЫТЫУСЫ

Белем  һарайын  асып  керергә

      Беҙҙең  ҡулдарҙа хәҙер бар  асҡыс

      Һәр  бер  уҡыусы  бик  күп  уҡыһын

       Китап  иң  яҡын  дуҫығыҙ  булһын.


Хор менән


Рәхмәт, Әлифба! Хуш, Әлифба!



ЙЫР “Баласак тагармасе»





Хәҙер ысын уҡыусылар ниндәй булырға тейеш шуны иҫкә төшөрөп китәйек.


-Бер тигәс тә ни яҡшы?

-Бер ваҡытта ауырымай

Шат йәшәһәң шул яҡшы.


-Ике тигәс тә ни яҡшы?

-Бер үк эште ике ҡабат

Эшләмәһәң шул яҡшы.


-Өс тигәс тә ни яҡшы?

-Өскә көскә өлгәшеүҙе

Бөтөрә алһаң шул яҡшы.


-Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

-Дүрткә, бишкә уҡып бөтөп

Һөнәр алһаң шул яҡшы.


-Биш тигәс тә ни яҡшы?

- Башҡорт теле дәрестәрен

Бишкә уҡыһаң шул яҡшы.


-Алты тигәс тә ни яҡшы?

-Алтылағы алтмышта тип

Тик ятмаһаң шул яҡшы.


-Ете тигәстә ни яҡшы?

-Егет кешегә етмеш төрлө

Һөнәр булһа шул яҡшы.


-Һигеҙ тигәс тә ни яҡшы?

-Һикһән йәшлек өлкәндәргә

Игелек ҡылһаң шул яҡшы.


-Туғыҙ тигәс тә ни яҡшы?

-Өлгөр булып, уҡып бөтөп.

Уңған булһаң шул яҡшы.



ЙЫР “ДУҪЛЫҠ ЙЫРЫ”