"Әсәйем-алтыным,берҙән берем" исемле байрам сценарийы
Хәйерле көн, хөрмәтле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, уҡытыусылыр, ҡыҙҙар. Ер йөҙөндә 7 мөғжизә бар тиҙәр, яңылышалар. Ерҙә 8 мөғжизә бар. 8-сеһе – ҡатын-ҡыҙ, әсә. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән бирле ошо мөғжизәнең серенә төшөнә алмайҙар. Кешеләр менән идара итеүсе ҡатын-ҡыҙ, әсә мәңгелек сер пәрҙәһе артында ҡала килә.
Әсәләр – кешелеккә тормош биреүсе, ғүмере буйынса әйҙәп барыусы изге йәндәр.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, апайҙар, өләсәйҙәр, инәйҙәр. Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 Март байрамы менән бөтә йөрәктән тәбрик итәбеҙ!
Ә хәҙер 8 синыф уҡыусыларының “Әсәйем алтыным – берҙән-берем” исемле монтажына рәхим итегеҙ.
8 Март - халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө, әсәйҙәр байрамы. Донъяла ул 1910 йылдан бирле билдәләнә. Байрам ҡатын-ҡыҙҙарҙың Икенсе халыҡ-ара конференцияһында эшселәр хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре Клара Цеткин тдиме буйынса үткәрелә башлай. Беҙҙең илебеҙҙә ул 1913 йылдан башлап үткәрелә. Гульюзум
Әсәй – донъяла иң яҡын, иң ҡәҙерле кеше ул.
- Бала саҡта төн йоҡоларын ҡалдырып, һине кем ҡараған. – Әсәй. Янгузель
Илағанда ҡосағына алып кем йыуатҡан. – Әсәй. Идель
Ергә баҫып беренсе тапҡыр атлап киткәндә кем етәкләгән. – Әсәй. Нурания
Беренсе тапҡыр һине мәктәпкә кем алып килгән. – Әсәй. Илназ
Һәр йыл һайын килә был байрам,
Һәр көн сыҡҡан ҡояш шикелле.
Йылдар һайын данлай был байрам
Гүзәл кеше – әсә кешене. Разина
Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, тыуған телде өйрәткән, халыҡ моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң ?
Көндөң яҡтылығы – ҡояшта ,
Күктең матурлығы - йондоҙҙарҙа,
Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙарҙа.
1. Бөгөн ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙең яҡты, илаһи зур байрамы. Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, әсәйҙән дә рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юктыр. мин
Әйтәһебеҙ килә бөгөн
Ҡәҙерле әсәйҙәргә -
Был байрам доньяга килгән
Ҡояш нуры һибергә.
Был байрамдагы йылылык
Быуаттарга етәрлек
Һеҙҙең наҙлы ҡулдарығыҙ
Әкиәтте ысын итерлек. Рияз 1
2. Бөгөн беҙҙә әсәйҙәр байрамы,
Шатлык йыры илем күгендә
Әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап,
Ҡоштар йырлай тыуған еремдә.
Өй түрендә гөлбаксала
Йырсы ҡоштар һайраша
Бөгөн - әсәйҙәр байрамы,
Бөгөн - ҙур бер тамаша. Айбулат 1
1. Бөтөн кешелек донъяһына йәм биреүсе, йылмайыуығыҙ менән беҙҙе иркәләүсе, йылы ҡараштарығыз менән наҙлаусы, аҡыллы фекер - ҡараштарығыҙ менән беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәребеҙ! Һеҙгә булған рәхмәт хистәребеҙҙе һүҙҙәр менән һөйләп кенә аңлатып булмаҫ, шуға күрә һеҙҙең хөрмәткә арналған йыр – бейеүҙәребеҙҙе ихлас ҡабул итегеҙ. Башҡарған йыр, шиғыр, бейеүҙәр - балаларығыҙҙың һеҙгә ысын күңелдән бүләге. Ҡул сабып, йылмайып ял итегеҙ!
Йыр «Асайем»
“Әсәйҙәр байрамы” Гульюзум 1
«8 Март богон» Идель 1
Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.
Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул
Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен
Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй
Илһам бирә миңә йәшәргә
Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ язһын
“Әсәй”тиеп уға әйтергә. Нурания 1
2. Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, һүҙсән, нәфис, хиссән итеп яралтҡан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы, сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-ҡыҙ - иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы ул.
Илназ 1
1. Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!
Донья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!
Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк! Разина 1
Айбулат 2
Йыр
2. - Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй. Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеуек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.
Ғүмерем буйына
Бурыслы мин уға
Көслө һин, изге һин
Бөйөк һин, әй - әсә! Гульфина
Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,
Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел
Әсәй өйҙә булһа бик рәхәт
Әйтәбез һиңә: мең рәхмәт! изел 2
Разина 2
Илназ 2
2.Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә
Уларғалыр бөтөн ауырлыҡ
Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан
Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ
Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә
Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр
Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә. Янгузель 2
Гульюзум 2
Йыр 8 класс укыуылары « Аҡ яулыҡлы әбейем» йырын башҡара.
2. Әсә!
Йөрәгемдең иң ҡәҙерле хисе,
Күңелемдең ул иң түрендә;
Ул-һалкында йылытыусың һинең,
Йыуанысың ауыр көнөңдә.
Һоҡланып ҡарап торорлоҡ-
Күҙҙе ала алмайбыҙ.
Әсәйләрҙең бөйөклөгөн
Йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ
Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле
Һин ул әсәйем!
Иң яғымлы,иң һөйкөмлө
Һин ул әсәйем! нурания
1. Уҡыусылар, әсәйҙәрегеҙҙең ҡулына күҙ һалҡанығыҙ бармы һеҙҙең? Йыйырсыҡланып, ауыр эштән сөйәлләнеп, китап битенә төшкән яҙыу юлдары кеуек һызғысланып бөткән улар. Ә шулай ҙа, һине иркәләгәндә, башыңды һыйпағанда, ул ҡулдарҙан да йомшағырағ ,йылыраҡ, шифалыраҡ ҡулдар юҡтыр дөньяла!Әсәйҙәребеҙ ҡулдарынан уҙған эштәрҙе тау итеп өйһәң,юл итеп һузһаң,уны уҙырға бер ғумер кәрәк булыр ине.Ул ғумер-ысын хеҙмәт юлы.
2. ҡәҙерле әсәйҙәр!
Байрамығыҙ ҡотло булһын
Ғумерегез шаулы булһын
Йөҙҙәрегеҙ нурға тулһын
Ҡояштай балҡып торһон
Тағы гүзәлерәк таңдар
Уянһын тыуған ерҙә
Әсәйҙәр! ҡояш ғүмере теләбеҙ бөгөн һеҙгә. Рияз
1. Әсә һәм бала!Улар бер бөтөн,айырылғыһыҙ.
Ҡәҙерле әсәләр!Был бер бөтөнлөк,бергәлек балағыҙ үҫкән һайын тағын да нығыһын,бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын.
Байрамыбыҙҙа ҡатнашыуығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт.Һеҙҙе тағын бер ҡат байрам менән ҡотлайбыҙ! Әсәләр көнөнә арналған концертыбыҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ.
Һау булығыҙ!!!