СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по внеурочной деятельности.

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по внеурочной деятельности.»

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Наумовка

муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан




РАССМОТРЕНО СОГЛАСОВАНО: УТВЕРЖДАЮ:

на заседании ШМО: Зам.дир-ра по УВР Директор _________/Зайкина А.С../ ________/ Яхина Э.Ф./ МОБУ СОШ с.Наумовка «___»____________20___г. «___»_____________20___г. ___________ / Cергеев А.П./

«____»___________20___г.


Рабочая программа по внеурочной деятельности

по башкирскому (государственному) языку

в 1 классе составлена в соответствии с программой по башкирскому языку

для учащихся I – XI классов школ с русским языком обучения.

Составители: Тикеев Д.С., Тулумбаев Х.А., Давлетшина М.С. – Ижевск, издательство «КнигоГрад».






Составила: учитель башкирского языка и литературы

Динисламова Гульшат Гаяновна



Срок реализации программы - 1 год


Наумовка, 2016-2017 учебный год



Аңлатма яҙыу

Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған . Төҙөүселәре : Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн / Ижевск: “Книго Град”. Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа « Наумовка урта дөйөм белем биреү » учреждениеhының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Түңәрәктә яңы технологиялар ( үҫтереүсе уҡытыу, проблемалы, проектлау) һәм уйындар ҡулланыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

​ «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

​  Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

​  «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

​  Башҡортостан Республикаһының«Мәғариф тураһында» Законы.

Дәрестән тыш эшмәкәрлектең актуаллеге.

Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығына бирелә. Башланғыс мәктәп грамотаға өйрәтеүҙән башлап, етеҙ, аңлап, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, дөрөҫ һөйләү, үҙеңде итәғәтле һәм әҙәпле тота белеү күнекмәләрен, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм көслө ихтиярлы шәхес булып үҫеүен тәьмин итергә тейеш. Был бурысты хәл итеүҙә башҡорт теленең, телмәр эшмәкәрлегенең әһәмиәте айырыуса ҙур.

Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. Телде дөрөҫ ҡулланыу – фекерҙе асыҡ, теүәл, матур һәм дөрөҫ итеп әйтә һәм яҙа белеү тигән һүҙ.

Бынан тыш, балаларға уҡыуға ихтыяж үҫтереү, уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мәсьәләһе лә ҡуйыла. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыуға, китап һәм һүҙлектәр, төрлө сығанаҡтар менән эш итергә өйрәтеү ҙә бик мөһим.

Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса түңәрәк тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәрк системаһы, метапредмет. Шәхси, предмет һөҙөмтәләре тәҡдим ителә.

Мәктәп алдында, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүҙе , ҡуйылған иң төп маҡсат – баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларға лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

Уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:

1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.

2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.

Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:

1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.

Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.

5. Әкиәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.

7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.

8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.

Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау

1.​ Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

​ башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

​ тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

​ дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

​ һорауҙарға яҙма яуаптар;

​ тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

1.​ Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

1.​ Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

Дәрестән тыш эшмәкәрлектең маҡсаты һәм бурыстары:

-​ Туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

-​ Уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

-​ Башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

-​ Дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

-​ Башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

-​ Уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлдө:

-Һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

-Фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;

-Уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;

-Баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

-​ Предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

-​ Уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

-​ Яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

-​ Тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;

-​ Орфография һәм пунктуацияны өйрөнеү;

-​ Башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

-​ Телде тойомлауҙы үҫтереү.

Уҡыу йылы аҙағына уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

Шәхси үҫеш кимәле

Дәрестән тыш эшмәкәрлекте үткәргәндә , уҡыусыны шәхси үҫеш кимәлен үҫтереү бурыстарын ҡуя:

- телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;

- тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;

- кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;

- уҡылған әҫәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.

Метапредмет кимәле

Ойоштороу эшмәкәрлеге:

- уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;

- дәрестә эш барышын һөйләп барыу;

- дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;

- уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;

- коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.

Танып белеү эшмәкәрлеге:

- дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);

- дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;

- бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;

- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.

Аралашыу эшмәкәрлеге:

- фекереңде телдән формалаштырыу;

- кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;

- тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;

- тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһн һөйләү;

- уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.

Предмет үҙләштереү кимәле:

- тексты һөйләмдәр теҙмәһенән айыра белеү;

- бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;

- тексты ентекле һөйләй белеү;

- хикәйә төҙөү;

- һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү. Дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;

- Һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;

- Һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;

- баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;

- тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.









Календарь –тематик план

№

Түңәрәк темаһы

Сәғәт һаны

Үткәреү ваҡыты

Күргәҙмәлелек

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

План

Үткәр.




1

Башҡортостан. Танышыу. Кем? Нимә? һорауҙары .Уйындар. Кем ни эшләй?

1

7.09


Ҡыҙ, малай һүрәттәре

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә эшләү. Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау, рус телендәге атамалар менән сағыштырыу. Үҙең менән таныштыра белеү, һорауҙарға яуап биреү.


2

Беҙ – мәктәптә. Кем? Нимә? Кем ни эшләй?

1

14.09


Мәктәп темаһына сюжетлы һүрәттәр

Эш дәфтәрендә эшләү. Мәктәп темаһы буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү. Һөйләм һорау, өндәү. Хәбәр итеүҙе үҙ эсенә алыуын күҙәтеү.

3

Уҡыу әсбаптары. Ижектәр.

1

21.09


Уҡыу әсбаптары

Эш дәфтәрендә эшләү. Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү.

4

Беҙ һанай беләбеҙ. Нисә? Күпме?

1

28.09


1-10 тиклем һандар

Эш дәфтәрендә эшләү, һүрәттәрҙе буяу. Башҡортса һанарға өйрәнеү. ”һан+исем(берлектә)” формулаһы буйынса һөйләү.

5

Ниндәй төҫ матур? Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

1

5.10


Төрлө төҫлө сәскә һүрәттәре

Эш дәфтәрендә эшләү, һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу. Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү.

6

Йәшелсәләр. Нимә? Нимәләр? Емеш –еләктәр. Тартынҡы өндәр

1

12.10


Йәшелсә һүрәттәре

Эш дәфтәрендә эшләү. Картина буйынса эшләү. Йәшелсәләрҙең атамаларын дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеү.

7

Ҡоштар. Һуҙынҡы өндәр.Нәҙек, ҡалын өндәр. ҡабатлау.

1

19.10





8

Тән өлөштәре. Нәҙек, ҡалын ижектәр. Һөйләм киҫәктәре.

1

26.10


Буратино һүрәте

Эш дәфтәрендә эшләү. Һөйләм киҫәктәре булған һөйләм моделен төҙөү. Ҡалын, нәҙек ижектәрҙе айыра белеү. Һөйләм киҫәктәренең тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү. Тән өлөштәре атамаларын дөрөҫ әйтергә өйрәнеү.

9

Көн режимы. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе. Ғаилә. Баҫым.

1

9.11


Көн режимы һүрәтләнгән сюжетлы картиналар.Фотографиялар «Минең ғаиләм»

Эш дәфтәрендә эшләү. Һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү.Көн режимы, ғаилә тураһында әңгәмә. Тел шымартҡысты һөйләү.

10

Өҫ кейемдәре. Хәбәр һөйләмдәр.

1

16.11




11

Аяҡ кейемдәре. Һорау һөйләмдәр.

1

23.11




12

Йорт хайуандары. Өндәү һөйләмдәр.

1

30.11


Йорт хайуаны һүрәттәре

Өндәү һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү, әҫәрҙән таба белеү. Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү. Йорт хайуандарын ҡарауға яуаплылыҡты аңлау.

13

Йорт ҡоштары. Кейектәр. Нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.

1

7.12


Йорт ҡоштары һүрәттәре

Текстың тамамланған уй-фекер белдереүен аңлау. Башҡорт телендә рус теленән айырмалы рәүештә нимә? һорауының бирелеү үҙенсәлеген билдәләү.

14

Контроль күсереп яҙыу.Беҙҙең уйындар.

1

14.12


1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырыу.

15

Ҡышҡы уйындар. Яңы йыл. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

21.12


Ҡыш миҙгеленә төшөрөлгән һүрәттәр

Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Бәйләнешле текст төҙөү. Милли уйындар өйрәнеү.


16

Башҡорт алфавиты. Оҫтаханала. А,О хәрефтәре ике телдә. Олатайым – осоусы.

1

28.12


Башҡорт алфавиты

Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү. Уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу. Тормошта алфавитты белеүҙең ҡасан һәм ҡайҙа кәрәклеген аңлау. Йыр өйрәнеү.

17

Тимурсылар. Ы, Э хәрефтәре ике телдә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эшсе.

1

18.01



Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу. Башҡорт һуҙынҡыларын рус телендәге һуҙынҡылар менән сағыштырыу.

18

Мәҡәлдәр. Әкиәт. Ә, Ө өндәре һәм хәрефтәре.

Рәссамдар.

1

25.01




Ә,Ө хәрефтәре

Артикуляцион күнекмәләрҙе ятлау. Был һөнәр кешеләренең хеҙмәте менән танышыу. Данлыҡлы рәссамдар тураһында һөйләшеү.

19

Егәрле балалар. Ү өнө һәм хәрефе. Ҡасим – ҡурайсы. Ҡ өнө һәм хәрефе.

1

1.02


Ү ,Ҡ хәрефтәре, ижек таблицаһы

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙә һуҙынҡы өндәрҙе үҙенсәлекле яҡтары менән айыра белеү. Текст буйынса һығымта эшләй белеү.

20

Яланда. Ғ өнө һәм хәрефе. Һәйкәл. Һ өнө һәм хәрефе.

1

8.02


Ғ хәрефе, ижек таблицаһы

Һ хәрефе, ижек таблицаһы

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Рус телендәге Г өнөнән айырмалы яҡтарын билдәләү. Текст буйынса фекер алышыу.

21

Айҙар. Ҙ өнө һәм хәрефе. Миңлебай ағай. ң өнө һәм хәрефе

1

15.02


Ҙ, Ң хәрефтәре , ижек таблицаһы

Ҙ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Тартынҡы өндәрҙе айырырға өйрәнеү. Башҡорт исемдәре менән танышыу.

22

Оҫта. ҫ өнө һәм хәрефе. Ф. Туғыҙбаева. Бик мәрәкә. В өнө һәм хәрефе.

1

22.02


В, ҫ хәрефтәре , ижек таблицаһы

Ң,в өндәренең әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Үҙ фекереңде әйтә белеү.

23

Башҡорт өн-хәрефтәрен ҡабатлау.

1

1.03


Башҡорт алфавиты

Өндө хәрефтән айыра белеү. Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Башҡортса уҡырға өйрәнеү. Һүҙлек запасын байытыу.


24

Ф. Рәхимғолова. Яҙыу таныған кеше.

Ф. Рәхимғолова. Әсәйгә бүләк.

1

8.03


Яҙыусының портреты

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе һөйләмдәрҙән таба белеү һәм һорауҙар ҡуйыу. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ уҡыу. Етеҙ, шыма уҡырға өйрәнеү.

25

М. Ғафури. Туғайҙа.

1

15.03


Яҙыусының портреты

Халыҡ шағиры, уның әҫәре менән танышыу. Текст буйынса ойошторолған Әңгәмәлә ҡатнашыу.

26

Башҡортостан. Герб.

1

22.03


Башҡортостан символикаһы

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу. Һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу. Республика тураһында яңы мәғлүмәттәр менән танышыу.

27

Ж. Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай?

1

5.04


Яҙыусының портреты

Диалог төҙөү. Йөкмәткеһен һөйләү. Бер-береңдең фекерен тыңлау, аңлау, яуап бирең. Үҙ фекереңде әйтеү.

28

Контроль күсереп яҙыу.Ҡурай.

1

12.04


Дәреслек

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырыу.

29

Һанашмаҡтар. Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү. З. Биишева. Ҡарға менән Төлкө. Валсыҡ.

1

19.04


З .Биишеваның портреты

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, юлдан юлға дөрөҫ күсереү күнекмәләрен булдырыу. Биографик белешмә үҙләштереү. Һанашмаҡтар менән танышыу.

30

К. Кинйәбулатова. Әсәйем, ҙур үҫкәнһең, ти.Йомош. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр

1

26.04


Яҙыусының портреты

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу. Биографияны белеү, һөйләү.

31

А. Игебаев. Ҡурайым. Аҡ төҫ. Сағыштырыу.

1

3.05


Яҙыусының портреты, ҡурай

Нимә ул сағыштырыу тигән һорауға яуап биреү. Төҫтәрҙе сағыштырыу. Биографик белешмәне үҙләштереү, шиғырҙарын тасуири уҡыу.

32

Салют. Еңеү. Һүрәт буйынса эш.

1

10.05


Еңеү көнөнә арналған һүрәттәр

Башҡортостан картаһы

Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөргә өйрәнеү. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Тәбиғәт ҡомартҡыларын белеү.

Башҡортостан ҡалалары тураһында белемдәрен байытыу, картанан таба белеү. Үҙ белгәндәрен аудиторияға башҡорт телендә еткереү.

33

Асылыкүл. Тәбиғәт ҡомартҡылары.Ҡалалар. Ҡала исемдәре башҡорт һәм рус телдәрендә.

1

17.05


34

Контроль диктант.Яҙғы көн.Йомғаҡлау дәресе

1

24.05


1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы

Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырыу. Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу.Йомғаҡлау.



Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

Грамотаға өйрәтеү. Әлифба.

I.​ Графика. Өн һәм хәреф. Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тар тынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. ҡ, к, п өндәренең ғ, г, б өндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә өн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. Өн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе.

II.​ Һүҙ. Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар,уҡыу кәрәк-яраҡтары, өҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ.б. дөйөм исем аҫтында туплатыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренә ҡарап, кем?нимә? ни эшләй ? ниндәй? һорауҙары буйынса төркөмләү, уларҙы һөйләмдән табып, һорау ҡуйыу,телмәрҙә ҡулланыу.

III.​  Һөйләм. Һөйләмде айырып алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү. Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу.

I.​ Фонетика. әлифба осоронда «Өн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр, уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.

Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йә, йе, йы, йү ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю,я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.

II.​ Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. Һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә. та-тә. ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре.

Һөйләм. Һорау һөйләм . Өндәү һөйләм. Хәбәр һөйләм. О-ө хәрефле һүҙҙәр. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү.

III.​ Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем-фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.

IV.​  Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Хәреф һәм өндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу.

V.​ Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау. Уҡытыусы ҡушҡанды аңларға өйрәнеү. Үҙ-ара һөйләшеү (диалог), һорау. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға өйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.

Материаль-техник тәьмин ителеү.

1.​ Китапхана фонды.

1.1 Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. . Бүләк: Урыҫ мәктәптәренең 1-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. — Өфө: Китап, 2010.

1.2 Методик әсбаптар:

​ Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

​ Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап.

​ “Бүләк” дәреслегенә методик ҡулланма. /Толомбаев Х.А., Әбуталипова Р.Ә, Дәүләтшина М.С./ - Өфө.

​ Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

​ Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө.

1.3 Предмет буйынса тәҡдим ителгән өҫтәлмә әҙәбиәт:

​ Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап.

​ Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. – Өфө: Китап, 2007.

​ Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

​ «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары.

​ Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 – се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.

​ Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

​ Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ – Уфа.

​ Туғыҙбаева Ф.Х. Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ: Мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге уҡыусы балалар өсөн уҡыу китабы. – Өфө, 2008.

​ Раҡаева Ә.С. Уйнайыҡ уйлап ҡына. – Өфө, 2008.

​ Ураҡсина Р. Тәмле-тәмле-тәмлекәс: Шиғырҙар, йола-уйын күренештәре. – Өфө.

​ Юнысова Г.А. Йәйғор: Балалар өсөн шиғырҙар. – Өфө.

​ Хисаметдинова Ф.Г. Кескәйҙәр өсөн башҡорт теле. – Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы.

1.​ Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар:

​ телевизор;

​ видеоплеер;

​ магнитофон;

​ компьютер;

1.​ Электрон әсбаптар:

​ Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы.

​ Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы.

1.​ Класс йыһазы: карточкалар, БР картаһы, сюжетлы картиналар, , БР символикаһы, портреттар, таблицалар, тематик папкалар, альбомдар, төрлө темаға стендтар.