Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының
«64-се Гимназия»һы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
| ҠАРАЛҒАН | КИЛЕШЕЛГӘН | РАҪЛАЙЫМ |
| МБ ултырышында | Уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары | МБДБУ «64-се Гимназия” директоры |
| МБ етәксеһе Г.Р. Бакиева | ___ | ______ |
| протокол № ___ _____________й. | | | Приказ № ___ ___________й. | |
«Дәүләт теле булараҡ башҡорт теле» уҡыу предметына
ЭШ ПРОГРАММАҺЫ
Уҡыу баҫҡысы - башланғыс дөйөм белем биреү
Программаны үтәү ваҡыты – 4 йыл
Программа «Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-4-се кластары өсөн «Башҡорт теле» (дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белем биреү өлгө программалары / [авт.-төҙ. Дәүләтшина М. С.] – Өфө: Китап, 2017» нигеҙендә, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына, МБДБУ «64-се Гимназия»ның төп белем биреү программаһына ярашлы төҙөлдө
Төҙөүсеһе – Хәмиҙуллина Гөлдәр Ғәйнулла ҡыҙы, «64-се Гимназия»ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2017й.
Уҡыу предметын, курсын үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр
Планируемые результаты освоения учебного предмета, курса
2 класта шәхсән, предмет-ара һәм предмет һөҙөмтәләре
Икенсе класта шәхсән һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:
- башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;
- башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;
- башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;
- башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;
- донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү;
- үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;
- телде (шул иҫәптән башҡорт телен) аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү;
- башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыу.
Был һөҙөмтәләргә ирешеү сараһы булып китаптағы текстар тора.
Предмет-ара һөҙөмтәләр булып универсаль эш төрҙәрен формалаштырыу тора.
- яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;
- һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы яуап биреү;
- әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ һәм тасуири уҡыу;
- таныш орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;
- үҙ аллы эшен тикшерә белеү.
Регулятив УЭТ:
- уҡытыусы ярҙамында дәрестә эш маҡсатын билдәләү;
- дәрестә эштең эҙмә-эҙлеклелеген билдәләү;
- үҙ фекереңде белдерә белеү;
- уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләргә өйрәнеү.
Регулятив УЭТ формалаштырыуҙың сараһы булып дөрөҫ уҡыу формалаштырыу технологияһы тора.
Танып белеү УЭТ:
- китап менән эшләй белеү (шартлы тамғаларҙы айырыу);
- текста, һүрәттәрҙә һорауҙарға яуап табыу;
- уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың берҙәм эшенә баһа биреү.
Танып белеү УЭТ сараһы – дәреслек текстары һәм функциональ грамотлылыҡты (мәғлүмәт менән эшләргә өйрәтеү күнекмәләрен) булдырыусы методик күрһәтмәләр.
Коммуникатив УЭТ:
- башҡаларҙың телмәрен тыңлау һәм аңлау;
- тексты тасуири уҡыу;
- уҡытыусы менән берлектә класташтар менән үҙеңде нисек тотоу һәм аралашыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләшеү һәм уларҙы үтәү;
- икәүләп, төркөмдә эшләргә өйрәнеү; төрлө ролдәр башҡарыу (лидер, башҡарыусы).
Коммуникатив УЭТ формалаштырыуҙың сараһы булып продуктив уҡыу һәм парҙар менән һәм бәләкәй төркөмдәрҙә эш ойоштороу тора.
Уҡытыусы алдында түбәндәге бурыстар тора:
- уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
- башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
- уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
«Башҡорт теле» курсын өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
- башҡорт теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
- орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
- өн, хәреф, һүҙ, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра алыу оҫталығы;
- үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге;
- уҡытыусы, уҡыусылар уҡыуында тексты ишетеп аңлау; уҡытыусы телмәрен һәм уҡыуын аңлау;
- тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ уҡыу;
- өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, һүҙҙе ижектәргә бүлеү;
- һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү өсөн өлөштәргә бүлеү;
- һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, тексты дөрөҫ күсереү, яҙылғанды тикшереү, өлгө менән сағыштырыу;
- исем-фамилияларҙа, хайуан ҡушаматтарында, географик атамаларҙа ҙур хәрефте хатаһыҙ яҙыу;
Тексты шыма, тигеҙ, ижектәргә бүлмәй уҡыу:
- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе айырыу;
- үҙ аллы һәм ҡысҡырып, ролләп уҡыу;
Хәрефтәрҙе дөрөҫ тоташтырып яҙыу:
- бәләкәй текст күсереү; һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эш-хәрәкәтте белдереүен үҙләштереү.
3 класта шәхсән, предмет-ара һәм предмет һөҙөмтәләре
Өсөнсө класта шәхсән һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:
- башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;
- башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;
- төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү;
- эмпатия – башҡа кешеләрҙең кисерештәрен аңлау;
- матурлыҡ тойғоһо – телмәрҙең матурлығын тойомлау;
- телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу; әйтелгән һәм яҙылған һүҙ өсөн яуаплылыҡ тойоу.
Предмет-ара һөҙөмтәләр булып универсаль эш төрҙәрен формалаштырыу тора.
-яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;
- һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;
- һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;
- әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу;
- таныш орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;
- үҙ аллы эшен тикшерә һәм башҡорт теленән үҙ белемеңде анализлай белеү.
Регулятив УЭТ:
- уҡыу проблемаһын сисеү планын уҡытыусы менән берлектә төҙөү;
- план буйынса эшләү, үҙ хәрәкәтеңде төҙәтеп барыу;
- уҡытыусы менән диалогта баһалау критерийҙарын билдәләү һәм ошо критерийҙарға ярашлы үҙ эшеңдең һәм башҡаларҙың уңышлылығын билдәләү.
Танып белеү УЭТ:
- мәғлүмәти текстарҙың бөтә төрҙәрен дә уҡыу;
- мәғлүмәтте бер формаһынан икенсеһенә эшкәртеү ( план, таблица, схема төҙөү);
- һүҙлектәр менән ҡулланыу.
Коммуникатив УЭТ:
- телмәрҙең монологик һәм диалогик формаларын белеү;
- башҡаларҙы ишетеү һәм тыңлау, уларҙың фекерен ҡабул итеү; уртаҡ бер фекергә килә белеү.
«Башҡорт теле» курсын өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләре булып 3 класта түбәндәгеләр тора:
- башҡорт теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
- орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
- өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба алыу оҫталығы;
- үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге;
Уҡытыусы уҡыуы йәки һөйләүендә, үҙ аллы уҡыуҙа тексты аңлау:
- 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау һәм уны дауам итә белеү; һорауҙар биреү;
- элементар рәүештә предмет, персонажды тасуирлау, үҙ фекереңде белдереү.
- тексты аңлы, тулы итеп уҡыу;
- һүҙлек менән эш итеү; - мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереү һәм яттан яҙыу:
- һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү.
4 класта шәхсән, предмет-ара һәм предмет һөҙөмтәләре
Дүртенсе класта шәхсән һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:
- башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;
- төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү;
- эмпатия – башҡа кешеләрҙең кисерештәрен аңлау;
- матурлыҡ тойғоһо – телмәрҙең матурлығын тойомлау;
- телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу;
- әйтелгән һәм яҙылған һүҙ өсөн яуаплылыҡ тойоу.
Предмет-ара һөҙөмтәләр булып универсаль эш төрҙәрен формалаштырыу тора.
- яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;
- һөйләмде төҙөү, һүҙҙәрҙе әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;
- һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;
- әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу;
- таныш орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;
- үҙ аллы эшен тикшерә һәм башҡорт теленән үҙ белемеңде анализлай белеү.
Регулятив УЭТ:
- уҡыу проблемаһын сисеү планын уҡытыусы менән берлектә төҙөү;
- план буйынса эшләү, үҙ хәрәкәтеңде төҙәтеп барыу;
- уҡытыусы менән диалогта баһалау критерийҙарын билдәләү һәм ошо критерийҙарға ярашлы үҙ эшеңдең һәм башҡаларҙың уңышлылығын билдәләү.
Танып белеү УЭТ:
- мәғлүмәти текстарҙың бөтә төрҙәрен дә уҡыу;
- мәғлүмәтте бер формаһынан икенсеһенә эшкәртеү ( план, таблица, схема төҙөү);
- һүҙлектәр менән ҡулланыу.
Коммуникатив УЭТ:
- телмәрҙең монологик һәм диалогик формаларын белеү;
- башҡаларҙы ишетеү һәм тыңлау, уларҙың фекерен ҡабул итеү; уртаҡ бер фекергә килә белеү.
«Башҡорт теле» курсын өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләре булып 4 класта түбәндәгеләр тора:
- башҡорт теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
- орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
- өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба алыу оҫталығы;
- үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлеге;
Уҡытыусы уҡыуы йәки һөйләүендә, үҙ аллы уҡыуҙа тексты аңлау:
- 6-8 һөйләмдән торған диалогты аңлау һәм уны дауам итә белеү; һорауҙар биреү;
- элементар рәүештә предмет, персонажды тасуирлау, үҙ фекереңде белдереү.
- тексты аңлы, тулы итеп уҡыу;
- һүҙлек менән эш итеү;
- мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереү һәм яттан яҙыу:
- һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү.
2. Уҡыу предметы, курсы йөкмәткеһе
Содержание учебного предмета, курса
Тыңлау. Яңғырап торған телмәрҙе адекват ҡабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, уның йөкмәткеһен һорауҙар ярҙамында биреү; уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы; өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.
Һөйләү. Коммуникатив бурысты эффектив хәл итеү өсөн, аралашыуҙың маҡсаттарына һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлау.
1.Телмәрҙең диалог функцияһына ғәмәлдә эйә булыу: типик ситуацияларҙа диалог алып барыу; һорау-яуап рәүешендәге диалог төҙөй белеү.
Уҡытыу һәм көнкүреш ситуацияһында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы һәм дөрөҫ интонацияны үтәү.
2.Монологик форма:- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.
Уҡыу. Башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу; өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).
Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уҡыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация һәм паузалар менән уҡыу. Бәләкәй текстар һәм шиғырҙарҙы аңлап, тасуири уҡыуҙы үҫтереү.
Һүҙҙе тотош уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу (шыбырҙап ижекләп әйтеү) - әйтеп яҙҙырғанда һәм күсереп яҙғанда үҙконтроль сараһы.
Яҙыу. Текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы; яҙма телмәр нигеҙҙәре: байрам менән ҡотлау, ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.
Грамотаға өйрәтеү системаһында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уҡытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтәп, аңлайышлы, бөхтә яҙырға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп күсереп яҙыу, әйтеп яҙҙырыу.
Яҙыуға ҡарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын һәм ҡулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите һәм класс таҡтаһы арауығында дөрөҫ ориентация оҫталығын үҫтереү, ҙур һәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.
Хәрефтәрҙе, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе гигиеник нормаға ярашлы яҙыу. Аңлайышлы һәм ыҡсым яҙырға өйрәнеү. Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу алымдарын һәм тәртибен өйрәтеү.
Хәүефһеҙ график сараларҙың: һүҙҙәр араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһенең функцияһын аңлау.
Һүҙ һәм һөйләм. Һүҙҙе өйрәнеү объекты, анализлау материалы итеп ҡабул итеү. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Һүҙ һәм һөйләмде айырыу. Һөйләм менән эшләү: һүҙҙәрҙе айырып алыу, уларҙың тәртибен үҙгәртеү.
Системалы курс
Фонетика һәм орфоэпия. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырыу. Ҡалын һәм нәҙек өндәрҙе айырыу. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәр. Өндөң сифат буйынса характеристикаһын билдәләү: һуҙынҡы – тартынҡы; ҡалын - нәҙек һуҙынҡы, парлы-парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Башҡорт теле нормаларына ярашлы өндәрҙе һәм өндәр бәйләнешен дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙе фонетик тикшереү.
Графика. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу. Яҙыуҙа ҡалынлыҡ-нәҙеклекте билдәләү. Тартынҡы өндәрҙе яҙыуҙа сингармонизм принцибына таяныу. Хәрефһеҙ график сараларҙы: араһында ҡалдырылған буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһен, абзацты ҡулланыу. Алфавитты белеү: хәрефтәрҙе дөрөҫ атау, уларҙың тәртибен белеү.
Лексика. Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙъяһалыш.
Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәрен үҙ аллы һәм ярҙамсы төрҙәргә бүлеү.
Исем. Телмәрҙәге роле, ҡулланылышы. Кем?, нимә? һорауҙарына яуап булып килгән исемдәрҙе айырыу, рус теле менән сағыштырыу. Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше.
Сифат. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы.
Алмаш. Алмаш тураһында дөйөм төшөнсә. Зат алмаштары, роле, ҡулланылышы. Берлектәге һәм күплектәге I, II, III зат алмаштары. Һорау алмаштары.
Ҡылым. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Ҡылымдарҙың инфинитив (башланғыс) формаһы. Хәҙерге заман мәғәнәһе.
Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, һөйләмдәге роле. Мөмкин, тейеш, кәрәк модаль һүҙҙәре.
Рәүеш. Ваҡыт рәүештәре (кисә, бөгөн, иртәгә, йыш һ.б).
Һан. 100-гә тиклем төп һандар, 30-ға тиклем рәт һандары.
Синтаксис. Һөйләмдең, һүҙбәйләнештең, һүҙҙең айырмаһы. Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. Теркәүесһеҙ һәм һәм, ә, ләкин теркәүестәре менән килгән тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табыу һәм үҙ аллы төҙөй белеү. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә һанау интонацияһын ҡулланыу. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе айырыу. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Раҫлау һәм инҡар итеү һөйләмдәре. Ябай һөйләм. Раҫлау йәки инҡар итеү мәғәнәһен белдергән өндәү һөйләмдәр. Эйәһеҙ һөйләм.
Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре һәм уларҙы ҡулланыу менән танышыу:
- һөйләм башында, яңғыҙлыҡ исемдәрҙә баш хәреф;
- һүҙҙәрҙе айырып яҙыу;
- һүҙҙәрҙе ижекләп юлдан юлға дөрөҫ күсереү;
- һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.
Орфографик үткерлек формалаштырыу, һүҙҙәге орфограмманың урынына ҡарап, дөрөҫ яҙыу ысулын һайлау. Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланыу: - һүҙҙе юлдан юлға күсереү;
- һөйләм башындағы һәм яңғыҙлыҡ мсемдәрҙәге яҙыу хәрефе;
- һөйләм аҙағында тыныш билдәләре: нөктә, һорау һәм өндәү билдәләре;
- тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Телмәр үҫтереү. Аралышыуҙы алып барыу оҫталығына (һөйләшеүҙе башлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү, үҙләштереү һ.б.) өйрәтеү. Уҡытыу һәм көнкүреш аралашыу ситуацияларында телмәр этикеты нормаларын (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) үҙләштереү. Текста һөйләмдәрҙең төҙөлөшө.Текст өлөштәренең бер-бер артлы урынлашыуы (абзац). Хат һәм ҡотлауҙар жанрҙары менән танышыу.
2 класс
Танышыу. Знакомство
Үҙең менән таныштырыу. Һаулыҡ һорашырға өйрәнеү. Һин кем? Һеҙ кем? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һорауҙарына яуап биреү. 1-ҙән 10-ға тиклем һандар. Нисә? Һорауы. Алфавит. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү. Әә өн-хәрефе. Һһ өн-хәрефе. Ң өн-хәрефе
Был мин. Это я
Тән өлөштәре. Тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Минең, һинең, уның эйәлек категориялары. Ҡҡ өн-хәрефе.
Минең ғаиләм. Моя семья
Ғаилә ағзалары. Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, һөнәре, ғаилә шәжәрәһе тураһында һөйләшеү, уҡыу, яҙыу.
Нимә эшләй? һорауына яуап биреү. Минең, һинең, уның эйәлек категориялары
Мин нимә яратам?. Что я люблю?
Аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба атамалары. Аҙыҡ-түлек, уларҙы әҙерләү, өҫтәлде биҙәү, аҙыҡ-түлеккә мөнәсәбәт, уға һаҡсыл ҡараш булдырыу, башҡорт аштары. Нимә менән? һорауына яуап биреү. Менән һүҙен практик ҡулланыу
Минең мәктәбем. Моя школа
Мәктәп, синыф бүлмәләре, дәрестәр, уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен, һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу. Сифат төшөнсәһе менән танышыу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
Минең класым. Мой класс
Үҙеңдең класыңды, кабинетыңды тасуирлау.Һандарҙы ҡабатлау.
Мин мәктәпкә йыйынам. Я собираюсь в школу
Уҡыу әсбаптары менән танышыу. Минеке, һинеке, уныҡы алмаштарын практик ҡулланыу.
Мин уҡыусы. Я ученик
Уҡыусыларҙың кейем-һалымы, дәрестә үҙҙәренең тотошо хаҡында һөйләшеү. Нисек? һорауын практик үҙләштереү, уға яуап биреү.
Мин дәрестә. Я на уроке
Ҡайҙа? Һорауын практик үҙләштереү, уға яуап бирергә өйрәнеү.
Мин дәрестән сыҡтым. Я вышел с уроков
Уҡыусыларҙың шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары. Төрлө түңәрәктәр хаҡында әңгәмә. Мин нимә эшләйем? Һорауы, уға дөрөҫ яуап биреү. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.
Минең уйынсыҡтарым. Мои игрушки
Уйынсыҡ исемдәре, уйынсыҡтарҙың билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә предмет белдереүсе һүҙҙәрҙең күплек ялғауҙары. Һәйләмдә тиң киҫәктәр. Нимә эшләйбеҙ? Һорауын практик үҙләштәреү. Башҡорт телендә Ниндәй? һорауы, уны һөйләмдәге урыны. Нимә эшләмә? һорауы
Мин уйнарға яратам. Я люблю играть
Балаларҙың ҡышҡы уйын-шөғөлдәре. Нимә эшләйбеҙ? Һорауын ҡабатлау, тема буйынса телмәр үҫтереү.
Мин уйнарға сығам. Я выхожу играть
Ҡыш көнө кейә торған кейем атамалары. Миңә нимә кәрәк? һорауы. Кәрәк, кәрәкмәй һүҙҙәрен практик үҙләштереү.
Мин уйнарға сыҡтым. Я вышел играть
Нисәнсе? Һорауы, уға яуап бирергә өйрәнеү.
Минең кескәй дуҫтарым. Мои маленькие друзья
Яратҡан йорт хайуандары, ҡоштары. Уларҙың тән өлөштәре. Ни эшләй? һорауына яуап биреү.
Мин ял итәм. Я отдыхаю
Ҡырағай хайуандар, уларҙың ҡайҙа йәшәүе хаҡында мәғлүмәт. Башҡортостанда йәшәүсе ҡоштар. Йорт хайуандары һәм ҡоштары менән танышыу. Ҡайҙа? һәм Ҡайҙан? һорауҙарын үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә ҡуллана белеү. Ҡасан? Һорауы, уға ярашлы яңы һүҙҙәр. Сәғәт ярҙамында ваҡытты билдәләү. Башҡорт телендә килеш ялғауҙары. Нимәгә? Һорауы.
3 класс
Һаумы мәктәп! Здравствуй, школа!
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау: алфавит, өн, хәреф төшөнсәләре, башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре, уларҙың әйтелеше һәм яҙылышы.
Мин танышам. Я знакомлюсь
Һаулыҡ һорашыу. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Һорауҙарына яуап биреү. Башҡортостан тураһында уҡыу.
Мин белем алам. Я получаю знания
Бармы? Һорауы. Уҡыу кәрәк-яраҡтары. Нимәһеҙ? Һорауы. –һыҙ, -һеҙ ялғауҙары.
Мин һәм минең ғаиләм. Я и моя семья
Туғанлыҡ терминдарын ҡабатлау. Нимә эшләй? һорауына яуап биреү. Тейеш, кәрәк модаль һүҙҙәрен ҡулланыу.
Мин һөнәр һайлайым. Я выбираю профессию
Һөнәр атамалары. –сы, -се ялғауҙары. Кем ҡайҙа эшләй? һорауына яуап биреү. Тема буйынса текстар уҡыу.
Мин тәбиғәтте яратам. Я люблю природу
Тәбиғәт менән бәйле атамалар. Күплек ялғауҙары. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Һорауҙарына яуап биреү. Башҡортостанда үҫкән ағас, сәскә, төрлө башҡа үҫемлектәр атамалары. Бөжәктәр. Ҡоштар.
Минең яратҡан миҙгелем. Мое любимое время года
Миҙгелдәр атамалары. Нимә? Нимә эшләй? Ҡасан? Һорауҙары. Көн торошо. Йәшелсәләрҙе ҡабатлау.
Минең гардеробым. Мой гардероб
Кейем-һалым атамаларын ҡабатлау. Килешә һүҙен ҡулланыу. Ниндәй? һорауына яуап биреү. Минеү, һинең, уның эйәлек алмаштары.
Минең тыуған көнөм. Мой день рождения
Ҡасан? һорауына яуап биреү. Тыуған көн, уға әҙерләнеү, ҡунаҡта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, текстар уҡыу.
Мин сәйәхәтсе. Я путешественник
Нимә менән? Әнисек? Һорауҙарына яуап биреү. Тәбиғәттә ял итеү тураһында һөйләшеү. Юл ҡағиҙәләре. Транспорт төрҙәре.
Тел күрке – мәҡәл. Мәҡәлдәр менән танышыу
4 класс
Көн дә мәктәпкә барам. Каждый день иду в школу
Беренсе сентябрь – белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Һөйләм. Мин ниндәй дәресте яратам/ яратмайым? Мин нимә уҡырға яратам? Исем. Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы? Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ?
Мин ғаиләмде яратам. Я люблю свою семью
Беҙгә бергәләп күңелле. Сифат. Мин – тәрбиәле бала. Минең өйҙәге бурыстарым. Минең яратҡан шөғөлөм. Мин йәшәгән бүлмә. Минең кескәй дуҫтарым.
Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем. Расскажу про Родину
Мин йәшәгән ер. Алмаш. Мин йәшәгән йорт/ район. Минең күршеләрем. Мин яратҡан урындар. Беҙҙең урам балалары. Бҙҙең уйындарыбыҙ.
Ауылда/ҡалала йәшәйем. Живу в деревне / городе
Минең тыуған ҡалам. Ауыл һәм ҡала тормошо. Һан. (Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре). Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр. Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары. Тыуған ерем мөғжизәләре.
Ер миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ. Говорим про времена года и погоду
Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә? Рәүеш. Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме? Бөжәктәр нисек йәшәй? Һауа торошон белеү ниңә кәрәк? Киләсәктә тәбиғәттә үҙгәрештәр буламы?
Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ. Разговариваем про разные ситуации
Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Ҡылым. Мажаралар илендә. Минең иң ҙур хыялым. Минең кумирҙарым.
Һатып алырға өйрәнәм. Учусь покупать
Минең бюджет. Ҡылым темаһын үҙләштереүҙе дауам итеү. Мин кейем һатып алам. Мин модалы кейем яратам. Бүләк һайлайым.
3. Һәр теманы үҙләштереүгә бүленгән сәғәттәр һаны менән тематик планлаштырыу
| № п/п | № сир. | Планлаштырылған дата | Фактик дата | Дәрес темаһы | Сәғәттәр һаны | Иҫкәрмәләр |
| | | | | | | |
См. Приложения