Просмотр содержимого документа
«Презентация "Полиэтилендан балаҫ бәйләү"»
Байназар дөйөм белем биреү мәктәбенең Мораҙым филиалы Тема: Полиэтилендан балаҫ бәйләү
1.Проблема:
Өйҙә шул тиклем иҫке пакеттар күп. Мин йыйған пакеттарҙан балаҫ бәйләп ҡарарға булдым.
2. Маҡсат:
Бәйләгән ваҡытта, һалҡын һәм йылы төҫтәрҙе дөрөҫ итеп ҡулланыу.
3.Бурыстар:
- Ниндәй ҙурлыҡтағы икәнен асыҡлау.
- Полиэтилендарҙы ҡырҡып әҙерләү.
- Төҫтәр һайлау.
4. Таҫмалап 2 – 3 см. киңлегендә ҡырҡам һәм төҫтәрҙе айырым йомғаҡтарға йомарлайым.
Балаҫ бәйләү үҙәктән башланып, салынмаған күҙҙәрҙән тора. Ошолай дауам ителә.
5 .Пакеттарҙан бәйләнгән балаҫтарҙың ныҡлылығына төшөндөм, бысраҡ ваҡытта ишек төбөнә һалып ҡуйһаң да тиҙ йыуыла һәм оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.
6 . Был бәйләнгән балаҫтарҙы диван, тахта, ишек төптәренә төрлө төҫтә һәм төрлө размерҙа бәйләп һалырға була. Пакеттарҙы тыуғандарҙан, күршеләрҙән, дуҫтарҙан сикләнмәгән күләмдә алырға мөмкин. Осһоҙ, икенсе яҡтан тәбиғәтте таҙа тоторға булышлыҡ итә. Үҙегеҙ күрәһегеҙҙер, ҡайҙа ҡарама төрлө пакеттар елдә осоп тирә-яҡта туҙышып яталар.
7.Йомғаҡлау
Был бәйләнгән балаҫ осһоҙ ҙа, кәрәкле лә, өйҙө матурлаусы ла, күңелде күтәреүсе лә, эшләгәндә ял иттереүсе лә. Байрамдарҙа тыуғандарыңа, дуҫтарыңа бәйләп бирергә мөмкин.
8. Магазиндан пакет һатып алам тиһәң, ул 3 һум тора. 3х100=300 һум, тимәк ҡыйбатҡа тура килә. Ә мин иҫкеләрҙе йыуып тотондом, улар буш! Минең был эшем һеҙгә оҡшар һәм үҙҙегеҙ ҙә пакеттан төрлө-төрлө балаҫтар бәйләрһегеҙ тип уйлайым.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!