Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә уйын технологияһын ҡулланыу
Оҫталыҡ дәресе
Башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы ҡулланыу түбәндәге маҡсаттарҙы күҙ уңында тота:
- Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, белем, оҫталыҡ, күнекмәләрҙе практикала ҡулланыу;
- Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләрен үҫтереү;
- Хеҙмәт күнекмәләрен арттырыу.
- Тәрбиәүи маҡсаттар : үҙаллылыҡ, ихтыяр көсөн, хеҙмәттәшлек, коллектив тойғоһо, аралашыусанлыҡ тәрбиәләү.
- Үҫтереүсе маҡсаттар : иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, фантазияны, ижади һәләтте үҫтереү.
Уйындарҙың классификацияһы:
- Уҡыу уйындары (фонетик, лексик, грамматик уйындар)
- Комбинаторлы уйындар (кроссворд, чайнворд, ребус һ.б.)
- Аналитик уйындар . (факт һәм законлыҡтарҙы табыу)
- Контекслы уйындар (төшөп ҡалған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр табыу,текст төҙөү)
- Ижади уйындар (төрлө шарттарҙа бәйләнешле һәм йор һүҙле текст төҙөү).
Уйындарға ҡуйылған төп талаптарҙы түбәндәгесә билдәләргә мөмкин:
- Уйындар бөтәһе өсөн дә аңлайышлы, ҡыҙыҡ булырға һәм балаларҙа ыңғай хистәр тыуҙырырға тейеш.
- Уйында ҡатнашыусыларҙың күберәк, ҡарап ултырыусыларҙың мөмкин тиклем әҙерәк булыуы һәйбәт.
- Уйынға ярыш характерын биреп, уҡыусыларҙың дәртләндереп ебәреү кәрәк.
- Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн матур аксессуарҙар, предмет-ҡулланмалар булдырыу мөһим.
- Уйын һуңында уның һөҙөмтәләрен тикшереп, уҡыусыларҙың уңыштарын билдәләп үтеү мотлаҡ.
Уйындар
Мәҡәлдәрҙе дауам ит
- Егет кешегә етмеш …
- Тырышҡан - ташҡа …
- Ялҡаулыҡ - хурлыҡ, …
- Ҡалған эшкә …
- Яҡшы һүҙ- …
- Ололарға кесе бул, …
- Бер рәхмәт мең бәләнән …
- Батыр бер үлер, …
Мин ниндәй өн уйланым?
• Бөрө, Өфө, өкө, көс, өс.
• Әсәй, сәскә, Әлфиә, әтәс, мәктәп.
• Ағай, юйғыс, йылға, ҡарға.
Хәреф йомаҡтар
Кешелә бар – хайуанда юҡ,
Күлдә бар – йылғала юҡ.
Тауҙа бар – ерҙә юҡ,
Һыуҙа бар – өйҙә юҡ.
Һыйырҙа бар – кешелә юҡ,
Һарыҡта бар – эттә юҡ.
Ниндәй хәреф төшөп ҡалған?
Ҡуйы ҡыуаҡ – урман тара ғ ы. Ябағаһын таҙартмайынса, бер кейекте лә үткәрмәй.
Ҡуяндың аҡ мамығ ынан, төлкөнөң ерән сәсенән, айыуҙың һоро йөнөнән йөн йомға ғ ы барлыҡҡа килә.
Әлморон, дунала ҡыуағ ы яҙын ялбыр урман кейе г енә оҡшап ҡала.
Дөрөҫ парын тап!
Эт һөт бирә
Әтәс йорт һаҡлай
Һыйыр йомортҡа һала
Тауыҡ уята
Ат йөк ташый
Мәҡәлде уҡығыҙ .
8
Һ
К
Л
15
5
У
14
Л
4
Ө
12
1
10
3
7
И
Р
К
Т
11
А
16
Ү
Ө
6
9
Ә
Б
13
Л
2
Ҡарлуғас һүҙендәге хәрефтәрҙе ҡулланып һүҙҙәр төҙөгөҙ.
“ Мин башлайым, һин дауам ит”.
Ҡыяр йәшел, ...
Алма ҡыҙыл, ...
Лимон һары ,...
Һүҙҙәрҙе таны.
- бл , ҡбҡ, ҡрғ, ҡл (А)
- Бала,ҡабаҡ,ҡарға, ҡала.
- Тр,рк,лш,трл. (Ө)
- Брс,ҡрс,ҡрт,блт (О)
- тс, сй, ҡлм,брс (Ә)
Ижектәрҙән һүҙ төҙө .
Ба(тыр) ма. Баҡ(са)н
Бут(ҡа)... Тор(ба)...
Бал(та)... Ал(ҡа)...
Ҡу(ян)... Туп(һа)...
Ке(ше)... Бе(сәй)...
Һүрәт буйынса фразеологизмды әйт!
Фразеологик берәмекте аңлат.
Кем миллионер булырға теләй?
Дәрес- уйын.
1.Һайлап алыу туры. 1. "Башҡортостан "һүҙе нимәне аңлата? а. Башҡорттар йәшәгән ер б. башҡорт иле в. башҡорт халҡы?
Башҡорт иле
Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы а.Сибай б.Стәрлетамаҡ в.Темәс г.Ишембай
Темәс
1.Өфө ҡалаһының тәүге исеме а.таш ҡала б.Баш ҡала в.Имән ҡала г.Ағас ҡала
Имән ҡала
Салауат Юлаевтың ат эсереп һыу инеп йөрөгән йылғаһы а.Ағиҙел б.Ҡариҙел в.Йүрүҙән г.Дим
Йүрүҙән
Башҡортостандың ҡайһы районында ҡурайға һәйкәл ҡуйылған
а.Баймаҡ
б.Бөрйән
в.Белорет
Баймаҡ
Учалы районы нисәнсе йылда төҙөлгән?
а.1925йылда
б.2000йылда
в.1930йылда
У
1930 йыл
Башҡортостандың билдәле шәхестәре
1.Учалы районының сәсәне, билдәле шағиры, яҙыусыһы? а. Розалия Солтангәрәева б.Мәүлит Ямалетдинов в. Яныбай Хамматов?
Мәүлит Ямалетдинов
2 . Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған халыҡ йырсыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры? а. Иншар Солтанбаев б.Мәғәфүр Хисмәтуллин в. Абдулла Солтанов
Абдулла Солтанов
3.Учалы рай -ң Миндәк ҡасабаһында тыуып үҫкән популяр композитор? а.Салауат Низаметдинов б.Рим Хәсәнов в.Хөсәйен Әхмәтов?
Салауат Низаметдинов
4. Ураҙ ауылында тыуып үҫкән халыҡ яҙыусыһы? а. Ноғман Мусин б. Зәйнәб Биишева в. Талха Ғиниәтуллин?
Талха Ғиниәтуллин
7.Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы? а.Хәкимйән Әхмәтғәлин б.Александр Ташкин в.Шакирйән Мөхәмәтйәнов?
Шакирйән Мөхәмәтйәнов
8.Башҡорт телендә балалар өсөн сыҡҡан гәзит нисек атала? а.Йәншишмә б.Бала саҡ в.Пионер?
Йәншишмә
7.Шүлгәнтәш мәмерйәһе ниндәй районда урынлашҡан?
а.Баймаҡ
б.Көйөргәҙе
в.Бөрйән
г.Ейәнсура
Бөрйән
Фразеологизмдар
1.“Ҡыҙыл ҡар яуғас”
а) иртәгә
б) ҡыш еткәс
в) бер ҡасан да
Бер ҡасан да
2.”Танау аҫты кипмәгән”
а) Куда глаза глядят
б) Молоко на губах не обсохло
в) Как в воду опущенный
Молоко на губах не обсохло
3. “Рәхәт йәшәү” мәғәнәһенә тап килгән фразема:
а) башы һуҡҡан яҡҡа
б) энә төртөр урын юҡ
в) май эсендәге бөйөр кеүек
Май эсендәге бөйөр кеүек
Башҡортостандың географияһы
1. Башҡ-ғы иң ҙур күл:
а) Ҡандракүл
б) Аҡҡүл
в) Асылыкүл
В
2. Башҡ. иң ҙур йылға:
а) Ағиҙел
б) Ҡариҙел
в) Урал (Яйыҡ)
А
Рефлексив анализ
1. Ниндәй мәғлүмәт һеҙҙең өсөн яңы булды?
2.Алған белемдәрегеҙҙе ҡайҙа ҡуллана алаһығыҙ?
3. Ниндәй алымдар, эш төрҙәре һеҙҙең өсөн бигерәк тә оҡшаны?