Оҫталыҡ класы
“Туған телде “тылсымлы карточкалар” менән уҡытыу алымы
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар! Мин Айгөл Ғалимйән ҡыҙы Байышева булам. Сығышым менән Мәсетле районы ҡыҙымын, Ҡыйғы районы килене,ә эшемде Салауат районында башлаған инем. Ә хәҙер 17 йыл инде Дыуан районы Мәсәғүт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытам.
Беҙҙең мәктәптә уҡытыу рус телендә алып барыла. Башҡорт теле теләк буйынса туған теле булараҡ аҙнаһына 1 сәғәт, туған әҙәбиәте 1 сәғәт уҡытыла. Бынан тыш шулай уҡ теләк буйынса дәүләт теле булараҡ 1 сәғәт.
Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙең арала шундай мәктәптә эшләүсе уҡытыусылар бармы? Ни өсөн тигәндә, минең бөгөнгө сығышым бигерәк тә ошондай мәктәптә башҡорт теле һәм туған телен инновацион технологиялар ҡулланып уҡытыу менән бәйле буласаҡ.
Ә хәҙер бөгөнгө эшмәкәрлегебеҙҙең бер нисә ҡағиҙәһе менән таныштырып китәм. Оҫталыҡ класы булғас инде тик тыңлап ҡына ултырып булмаҫ, практик өлөштәрендә теория өлөшөн аңлағанығыҙҙы күрһәтеп әүҙем ҡатнашырһығыҙ, тип өмөт итәм. Сит тауыштар ҡамасаулай икән, зинһар, тауышты ваҡытлыса һүндереп торһағыҙ ҙа була. Һорауҙарығыҙ килеп тыуһа, һорағыҙ, йә комментарийҙа яҙырға мөмкин. Мин уҡып, яуап бирергә тырышырмын. Теория өлөшөндә өҫтә комментарий тигән төймә бар, шунда баҫһағыҙ, инструменттар килеп сығыр. Ошо инструменттар менән эшләйәсәкбеҙ.
Әгәр ҙә миңә һорауҙарығыҙ булмаһа, барығыҙға ла йәнле аралашыу теләп оҫталыҡ класын башлайыҡ.
Хөрмәтле һөнәрҙәштәр, Һеҙ рус мөхитендә үҫкән балаға туған телен өйрәтеүе йылдан йыл ауырлаша барыуын яҡшы аңлайһығыҙ. Шуның өсөн дә, яңынан-яңы эффектив алымдар эҙләргә мәжбүрбеҙ.
Актуалләштереү.
Аллаға шөкөр, беҙгә йыл һайын башҡорт телен өйрәнергә теләүсе яңы уҡыусылар килә. Араларында 1 йәшенән телефон тотоп үҫкән пассив балалар күбәйҙе.( Һүрәт: -мин уҡырға теләмәйем,-зачем мне читать, я все равно ничего не понимаю, - мне скучно читать, можно я телефон возьму?
Таныш күренешме? Эйе шул, ҡыҙыҡһыныу юҡ.
Ә уҡыусыларығыҙ араһында өйҙә уҡырға өйрәнеп килеп, к и т а п , тип хәрефләп уҡып ултырған балалар,
-Йә та – у, ҡа-у-ын, тип уҡыған,
-Йә, уҡый-уҡый, ә нимә уҡығанын аңламаған, һүҙҙең мәғәнәһе тураһында уйлап та бирмәгән,
-Йә өндәрҙе ишетеү һәләте үҫешмәй диктант ваҡытында теләһә ниндәй хәреф яҙып ултырыусы,
Йә һүҙҙәрҙе иҫендә ҡалдыра алмай интеккән балалар бармы?
Маҡсат.
Бөгөнгө оҫталыҡ класымдың маҡсаты һеҙҙе ошо барыбыҙ өсөн дә актуаль булған мәсьәләрҙе хәл итеүсе ике методика менән һәм бер нисә үҙем тарафынан уйлап тапҡан технологиялар менән уртаҡлашыу.
Теория.
Хөрмәтле коллегалар, һеҙ Юлия Пчелинцева менән танышһығыҙмы? Ә Гленн Домен менән? Улайһа тыңлағыҙ.
Бер-нисә йыл элек интернет селтәрендә фән кандидаты, китаптар авторы, үҙ методикаһын булдырып эшләп йөрөүсе Юлия Пчелинцева менән таныштым. Уның менән шәхси аралашыуҙар, вебинар, оҫталыҡ кластарын өйрәнгәндән һуң ул тәҡдим иткән “Словолодочники””методикаһын башҡорт теле дәрестәренә яраҡлаштырып ҡулланып ҡараным. Мин уны “Кәмәле һүҙҙәр” тип атаным.
“Тамсы” (таҡтала яҙылған) алымы.
1 класта эш программаһы 3 өлөшкә бүленгән:
Телдән әҙерлек осоро.
Әлифба осоро.
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү осоро.
Яңы йылға тиклем беҙ һүҙҙәрҙе өндәргә бүлергә, уларҙы дөрөҫ әйтергә өйрәтәбеҙ. Мин Юлия Пчелинцева тәҡдим иткәнсә өндәрҙе “Тамсы” тамғаһы менән өйрәтәм. 1 тамсы- 1 өн. Мәҫәлән,
“Уй, минең усыма тамсы килеп төштө. Бәлкәй генә тамсы. Әәә, ул беҙгә Ә өнөн килтергән икән.
2. “Ҙур тамсы” (өн-хәреф) таҡтала.
Уҡытыусыларға: Артабан ике өндө белдереүсе хәрефтәр менән танышабыҙ.
1 өн- ул 1 тамсы тигәйнек, ә ике өндө белдереүсе я, ю, е-не ике тамсы ҡушылған ҙур тамсы менән билдәләйбеҙ.
Уҡыусылар тамсылар ярҙамында һүҙҙә нисә өн бар икәнен асыҡларға өйрәнәләр. Күреүегеҙсә һәр уҡыусының алдында тамсылар ята, төркөмләп эшләгәндә төркөмгә таратыла. 1 уҡыусы электрон, 1 уҡыусы тимер таҡтала эшләй.
Ә хәҙер үҙегеҙҙе 7 йәшлек бала итеп күҙ алдына килтерегеҙ ҙә ошо “Ҡая” һүҙен тамсылар менән күрһәтегеҙ.
Тик зум аша уны күсереп йөрөтә алмайһығыҙ, өҫтәге уҡтар ярҙамында ғына күрһәтеү мөмкинселеге бар.
Шулай итеп, бала бәләкәйҙән үк я, ю, е бер тамға икәнен белеп үҫә. 5-6 класс уҡыусыларым араһында “йарҙам итәм”, “йурған” тип яҙыусылар әле лә осрай, сөнки мин был методиканы һуңғы ике йылда ғына ҡуллана башланым, ә хәҙер инде тамсылап ултырырға һуң инде.
3. “Тамға” алымы
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе бына ошондай тамғалар менән билдәләйбеҙ. Мәҫәлән, Әәә тип әйткәндә ауыҙ асыҡмы? Һуҙынҡы өндө әйткәндә ошолай ауыҙ асыҡ. (асыҡ ауыҙ тамғаһы).Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хәреф үткәндә бәләкәй балаға ә – һуҙынҡы, ҡ тартынҡы тип ҡабатлауы оҡшаймы, әллә дөрөҫ тамғаһын күрһәтеп ҡабатлауы нығыраҡ оҡшаймы? Әлбиттә тамғалар менән. Улар ошо процесты уйын формаһында күрәләр, күҙҙәре янып китә.
Мәҫәлән, Бал ҡорттары нимә тиҙәр? Ҙҙҙҙ тиҙәр.
-Ҙҙҙҙ тигәндә ауыҙ асыҡмы? (Юҡ, тел ҡамасаулай)Тимәк ул һуҙынҡымы, тартынҡымы?. (ябыҡ ауыҙ билдәһе)
-Ә хәҙер ҡолаҡтарҙы яптыҡ, бал ҡорто булып тауыш бирегеҙ, яңғыраймы? Тимәк, был өн яңғыраумы, һаңғыраумы? (ҡыңғырау һүрәтен күрһәтәм)
Йылан нисек ыҫылдай? Ҫҫҫҫ. Һуҙынҡымы, тартынҡымы?(ауыҙ асыҡ, ябыҡ тамғаһы)
Яңғыраумы, һаңғыраумы? (наушник или каска һүрәте)
Уҡытыусыларға: Шулай итеп балалар өндәрҙе ишетеү һәләтен үҫтерәләр, бәләкәйҙән фонетик анализ эшләргә өйрәнә. Ҙурыраҡ кластарҙа балалар дәфтәрҙә фонетик анализ эшләргә яратмайҙар, шуға улдарҙы ла карточка ярҙамында ғына эшләргә өйрәтеп алдым. Бик оҡшай. Әйҙәгеҙ видео ҡарап үтәйек.
Арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ һеҙ ҙә эшләп алығыҙ.
“Көҙ” һүҙен тамға менән күрһәтегеҙ.
4. “Ижекле кәмәләр”(Ижек)
Уҡытыусыларға: Ижекләп уҡырға өйрәткән китаптар күп. Бала ижекләп уҡырға өйрәнһә, маҡтайбыҙ икән, дөрөҫ түгел. Сөнки ул, тотош һүҙҙе түгел, ә ижекте генә күрә.Уға ошо һүҙҙе бүлеп күрһәткән һыҙыҡтар ҡамасаулай. Тимәк уны уҡырға түгел, әйтергә өйрәтәбеҙ.
Ә хәҙер “шаяра” һүҙен үҙегеҙ кәмәгә ултыртып сығығыҙ әле.
Уҡытыусыларға:
Шулай итеп беҙ һүҙҙәр уҡырға өйрәндек. Тик Һүҙ уҡый алыу менән тотош текст биреп ҡуйыу ҙа, баланың уҡырға теләген кәметәсәк. Сөнки артабан, һүҙҙең мәғәнәһен аңлау өҫтөндә эшләр кәрәк.
5. Мәғәнә. (Таҡтала)
Уҡыусыларға: Һүҙҙәр әлбиттә дәреслектә бар, тик мин шул һүҙҙәрҙе китаптан түгел, ә карточкаға яҙып килтереп уҡытам. Ни өсөнмө?
Балалар, һәр һүҙҙе айырым ҡабул итә, уның мәғәнәһе тураһында уйлай.
Бөтәһен дә уҡырға мәжбүр итә. Китаптан уҡырға ҡушһағыҙ, ҡайһыһы пеналын, ҡайһыһы танауын соҡоп ултырып ҡала. Ә бында уҡымай ҡалһаң, кәрәкле карточканы күтәрә алмайһың.
-Әйҙәгеҙ карточкалағы һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ. (улар уҡый, мин тәржемә итәм)
Уҡытыусыларға: Коллегалар, мин ниндәй хата ебәрҙем? Әгәрҙә ошолай бала уҡый, ә һеҙ һүҙҙең тәржемәһен әйтеп бараһығыҙ икән, үҙегеҙгә ҡыйыу рәүештә 2 ҡуя алаһығыҙ. Сөнки ул мәғәнәһен аңлағансы уҡырға тейеш, әгәр Кәнфит һүҙен уҡығас, “мин кәнфит яратам”, тип ҡысҡырып ебәрә икән, тимәк ул һүҙҙең мәғәнәһен аңларға өйрәнгән. Шул ваҡытта ғына баланы маҡтаһағыҙ, артабан ул һәр ваҡыт һүҙҙе аңларға тырышасаҡ. Белмәһә үҙе һораясаҡ. Бына мәҫәлән, дүшәмбе көн һүҙҙәрҙе уҡып сыҡты ла бер бала “Айуль Галимьяновна, а что такое ҡолон?”тип һорай. Ә мин ҡыуанам, сөнки был бала башҡа һүҙҙәрҙе аңлап уҡыған , бер һүҙҙе генә белмәй, ә иң мөһиме белергә теләй.
Әйҙәгеҙ видеояҙма ҡарап үтәйек.
Шулай итеп, Юлия Пчелинцеваһы методикаһы ФГОС буйынса мейе эшмәкәрлеген әүҙем эшләргә мәжбүри итә.
Был эшемдең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне, уҡыусыларым тиҙ генә аңлы уҡыуға күсте, фонематик ишетеү һәләттәре үҫеп, матур итеп диктанттар яҙа башланылар. Дөрөҫ уҡыу менән бергә аңлап уҡый алыуға күстек.
Юля Пчелинцева менән аралашыуымды өҙмәйем. Уның 16 меңлек курстарын уҡымаһам да, ҡыҫҡа курстарын үтәм. Әле ғинуар айында Тотош тексты аңлы, шәп, дөрөҫ уҡырға һәм уҡығанды һөйләргә өйрәтергә өйрәтте. Әлегә был алымдар менән минең балалар аппробация үтәләр. Әгәр ҙә инде ыңғай һөҙөмтәһен күрһәм, башҡа уҡытыусылар менән дә бүлешермен тип уйлайым.
Һеҙгә барыһы ла аңлашыламы? Һорауҙарығыҙ юҡмы? Улайһа эшебеҙҙе дауам итәйек.
Артабан да уҡыусылар телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙарын юғалтмаһындар, дәрестә һәр береһе актив эшләһен, һүҙҙәрҙе ятлау ҡыҙыҡ һәм еңел процеска әйләндереү өсөн 7 йыл инде америка ғалимы Гленн Домендың “Тылсымлы карточкалар” методикаһын ҡулланам. Был алымдарҙы күберәген башланғыс синыфтарға һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәткәндә ҡулланырға тәҡдим итәм.
5. “Тылсымлы карточкалар”
Глен Домендың “Тылсымлы карточкалар”ы карточкалар тематикаһы буйынса айырылып һаҡлана, мин һеҙгә бөгөн “аҙыҡ-түлек” карточкаһын килтерҙем. Бында шулай уҡ алымдар күп, ваҡыт сикле булыу сәбәпле бер-нисәһен генә күрһәтеп китәм.
“Тыңлайым, табам, ҡабатлайым”
Баларҙың ишетеү, дөрөҫ уҡыу һәләтен үҫтереүсе “Тыңлайым, табам, ҡабатлайым” алымы.
Уҡыусыларға: Балалар, дикторҙы тыңлағыҙ, ишеткән һүҙҙең карточкаһын табып күтәрегеҙ, дөрөҫ әйтегеҙ.
Май, һөт, икмәк.
Афарин.
“Мин беләм, тиҙ генә яуап бирәм”
Уҡытыусыларға: Ә хәҙер ишеткәнде аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм логик фекерләүен үҫтерәбеҙ . “Мин беләм, тиҙ генә яуап бирәм” таҡтала.
Уҡыусыларға: Яуап карточканы табып . күтәрегеҙ, ҡысҡырып әйтегеҙ.
Әҙерһегеҙме? Тыңлайбыҙ.
Бесәй ярата.(һөт)
Айыу ярата.(бал)
Март, апрель, ...(май)ң
Хөрмәтле коллегалар, бала һөйләмде аңламаһа яуап карточканы таба аламы? Юҡ. Шулай итеп, бала тыңларға, ишеткәнде аңларға тырышырға, яуап карточкаларҙың тәржемәһен иҫтә ҡалдырырға мәжбүр, сөнки барыһы ла карточка күтәргәндә ул ғына күтәрмәй тороп ҡала алмай бит инде. Килешәһегеҙме?
Һүҙлек запасын булдырғас, был һүҙҙәрҙе тормошта ҡулланырға өйрәнеүгә күсәбеҙ.
“Мин башҡортса һөйләшәм”алымы
Балалар, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, һеҙ ҡоймаҡ бешереп ҡарарға булдығыҙ. Әсәйегеҙҙән “Әсәй, миңә ..., ...кәрәк” тип һорайһығыҙ. Ә әсәй :”Бына һиңә ..., ... “тип яуап бирә.
“Диалог” алымы
Диалог алымын һәр кем ҡуллана, мин һеҙгә уның тураһында һөйләп тормайым, ә яңыраҡ уның яңы ысулын уйлап табыуым менән бүлешәһем килә. Дыуан районы кҡытыусыларына был эш алымын асыҡ дәрестә күрһәткәйнем инде. Балаларҙың телмәрен нисек булһа ла үҫтерер кәрәк ине тип, улар яратҡан “башҡортса видоероликтар төшөрөү түңәрәге” астым. Улар менән инде конкурстарҙа ла ҡатнашып өлгөрҙөк. Уларҙың эштәрен ютуб каналында ҡарай алаһығыҙ.
Эшебеҙҙең бер төрө булып төрлө диалогтарҙы видеоға төшөрәбеҙ ҙә, шуны дәрестә башҡа балаларға тәҡдим итәбеҙ. Тауышһыҙ видеоны ҡарап, унда нимә тураһында һөйләшәләр икәнен диалог итеп төҙөп яҙалар. Һуңынан инде сығып аралашып ҡарайҙар.
Арығанһығыҙҙыр инде, 3 ҡат ишеткәнсе, бер ҡат күреү яҡшыраҡ, әйҙәгеҙ һеҙ ҙә был эште башҡарып ҡарағыҙ. Мин һеҙгә видео ҡуям, ә һеҙ ҡағыҙ битенә яҙып барығыҙ.
Уҡытыусыларға: Шулай итеп, хөрмәтле һөнәрҙәштәр, өндән алып һүҙҙәрҙе аңлы ҡабул итеү, һөйләшергә өйрәнеү процессы ҡыҙыҡлы һәм эҙмә-эҙлекле бара.
Артабан һөйләмдәр менән эште Сингапур системаһы буйынса дауам итәм. Был хаҡта һеҙ минең шәхси сайтымдағы видеояҙмаларҙан ҡарап таныша алаһығыҙ.
Хөрмәтле коллегалар, кемдәрҙең шәхси сайты бар? Ниндәй платформала?
Шәхси сайт менән сайттағы битте айыраһығыҙҙыр тип уйлайым. Минең шәхси сайтым викскомда. Теләһәгеҙ был материалдарҙы нисек итеп сайтҡа кереп алырға өйрәтмәксемен. Сайтымдың адресы baisheva.com
Сайтым бер нисә бүлектән тора.
Рефлексия.
Ә хәҙер әйҙәгеҙ, алдан ҡуйған мәсьәләләргә әйләнеп ҡайтайыҡ. Беренсенән, һеҙгә был алымдар оҡшанымы? Кем үҙенә ниндәйҙер яңылыҡ алдым, тип әйтә ала? рәхмәт. Ә хәҙер иң мөһиме, һеҙҙеңсә ул ошо мәсьәләрҙе хәл итә аламы? Кем был методиканы ҡулланып ҡараясаҡмын, тип һығымта яһаны?
Башҡорт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм аңлы процесҡа әйләндерәйек. Барығыҙға ла ҙур рәхәмәт .
“Ике һандыҡ”алымы
Уҡытыусыларға: Өн-хәрефте үткәс, ижеккә күсәбеҙ. Уҡыусылар алдында һәр ваҡыт “Ике һандыҡ”(Рус теле һәм башҡорт теле) Ундағы айырмалыҡты үҙҙәре табырға тейеш.
Уҡыусыларға:
1)Рус теленән БО, БЕ карточкаһын сығарам. Балалар русса уҡығыҙ әле.Яҡшы, ә хәҙер шундай уҡ карточканы башҡорт телендә уҡығыҙ . Айырма бармы? (Бар, бер төрлө яҙыла, икенсе төрлө әйтелә)Яҡшы.
2) Тағы ниндәй айырмалыҡ бар икән? (Рус һандығынан) Уҡыйыҡ. БА, ДА(артын әйләндереп күрһәтәм)
Ә хәҙер башҡортса(Башҡорт һандығынан ба/бә тип яҙылған карточканы сығарып күрһәтәм) уҡыйбыҙ.ба-күк, бә-йәшел төҫтә. Ниндәй айырмалыҡ күрҙегеҙ?башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек өндәр бар. Афарин.
Уҡытысыларға: бөтә темаларға ла айырмалыҡтарҙы ла ошо ике һандыҡ ярҙамында күрһәтәм. Балаларҙың иҫендә нығыраҡ ҡала.