Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районы Боғҙан ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Әсәләр фатихаһы
(әкиәт-спектакль)

Әҙерләне башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы :Аскарова Ф.Д.
2016 йыл
Әкиәт-спектакль.
Автор. Борон-борон заманда, Урал тауы буйында, тәбиғәттең иң гүзәл, иң матур төбәгендә 3 ҡыҙы менән бергә һылыу ҡатын көн иткән. Мәскәй әбей, шүрәле, убырлылар урманында йәнлектәр менән бергә Һаҡалтай ҙа көн күргән. Әсәләре ҡыҙҙарын ныҡ итеп яратҡан. Улар өсөн тырышҡан, ҡыҙҙарым тип йән атҡан. Өс ҡыҙын бер көн эйәртеп урманға алып килгән.
(3 ҡыҙ эйәртеп әсә инә).
Әсә. Бына ошо яланды, бәләкәйҙән яраттым. Сәскәләрен, гөлдәрен бер ваҡыт та өҙмәнем. Был тылсымлы урманды бөгөн һеҙгә ҡыҙҙарым, күрһәтергә уйланым. Балаҡайҙарым, барығыҙ, еләк йыйып алығыҙ, ә мин әҙрәк ял итеп алайым. (Ҡыҙҙар еләк йыйа, әсә ултыра. Кәкүк саҡыра)
Саҡырмасы, кәкүк, әй ҡаршымда. Саҡырһаңсы ағас башында. Саҡырмасы, әй ҡаршымда – хәсрәт кенә бирмә башыма. Моңло кәкүк, әйтсе әлүк! Мин йәшәйем нисә көн? (кәкүк саҡыра: кә-күк). Сәхрәләргә сығып йөрөгәндә кәкүк саҡыра ағас башында. Кәкүк тә саҡыра, мин илайым, ғүмер һорап гәҙиҙ башыма. Ғүмерҙәрем инде бөтөп бара, балаларым минһеҙ нишләрҙәр? Кемдәр һөйөр, кемдәр аҡыл бирер.Ҡайғыларҙан кемдәр ҡурсалар.(Әсәнең йөрәгенә йәбешә).

Айгөл.Әсәй, әсәкәйем, нимә булды? Ҡүҙҙәреңдә һинең нигә йәш? Әсәкәйем, беҙҙе ташлап китмә, һинән башҡа беҙгә йәм булмаҫ.
Наҙгөл. Бәүелтеп йөрәгендә үҫтерҙең ҡәҙерләп һин беҙҙе, һин бүләк иттең бит ғүмергә был ҡояш, был күкте, был ерҙе.
Яҙгөл. Һин наҙлап йылыңды өләштең, һоҡландың ҡыҙҙарым үҫә тип, Айгөлдө йырларға өйрәттең, үҫегеҙ гел татыу булың, тип.
Әсә. Балаҡайҙарым! Бына һеҙгә ҡулдарымды һуҙам,һеҙгә һуңғы фатихамды бирәм яҙылған ус булыр-фатиха. Күрәм: барыр юлығыҙ маҡсатлы һәм иҙге ниәтле. Балаҡайҙарым! Булығыҙ бәхетле! Айырылмағыҙ бер ҡасан да.
Автор.Ҡыҙҙарына һуңғы һүҙен әйтеп әсәләре биргән фатиха.Ул ҡыҙҙарын ҡыҫып ҡосаҡлаған күҙҙәренән үҙенең йәш тама.

Әсә. Иламағыҙ, мине китә тип
Мәңгелеккә ташлап йыраҡҡа
Булмаһа ла янығыҙҙа
Йәнем янығыҙҙа һәр саҡта.
Бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ һеҙ
Тыңлағыҙсы минем һүҙҙәрем.
Ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашып,
Йәшәгеҙ һеҙ минем ҡыҙҙарым.
Автор. Әсә әйткәс ошо һүҙҙәрҙе
Мәңгелеккә йомған күҙҙәрен.
Әсәләре үлгәндән һуң, татыу ғына йәшәгәндәр, гөл-сәсәкле был яланда уйнағандар, йырлағандар. Бер ваҡытта Мәскәйҙе күрмәгәндәр.
(Ҡыҙҙар инә)

Наҙгөл. Әйҙәгеҙ, туғандарым, йомаҡтар әйтешәбеҙ. Ҡайһыбыҙ зирәгерәк икән?
Яҙгөл. Әйҙәгеҙ, мин башлайым. Ул ағас сәскә атһа, урман хуш еҫкә бата, киптереп сәй итеп эҫһәң, йүтәлләүҙәрең үтә, ауырыуҙарың үтә, исеме уның –
Айгөл: йүкә.
Яҙгөл: Дөрөҫ апай.
Наҙгөл. Ә хәҙер үҙем әйтәм. Буй-һыны бигерәк зифа, Башҡортостанда үҫә, яҙғы ташҡын, тамсыла йәштәренә мансыла, яраларамаһын һис кем, үҙенең йәшел дуҫҡайын,урман булып шаулаһын. Беҙҙең ерҙә аҡ... (ҡайын)(иҡеһе бергә). Бергәләп әйләнәләр, матур сәскә күрәләр.
Айгөл. Ҡарағыҙ әле, ниндәй матур сәскә. Әсәкәйем иҫән булһа, уға бүләк итәр инем, ә хәҙер кемгә бүләк итәйем икән?
Сәскә. Зинһар, өҙмәгеҙ! Йәлләгеҙ! Аҙ ғына булһа ла минең дә йәшәһем килә бит дөньяла.
Яҙгөл. Әйҙәгеҙ, туғандарым, өҙмәйек,әсәйебеҙ сәскәләрҙе өҙмәскә ҡушты бит.( сәскәләрҙе өҙмәскә ҡушты бит).Сәскәләрҙе өҙмәгеҙсе күп тормастар улар һулырҙар.Кәметмәгеҙ ерҙең гүҙәллеген, улар яҙҙан һөйөү булырҙар.
Сәскә ( әйҙә беҙҙең менән) Рәхмәт, ҡыҙҙар.

Наҙгөл: Әйҙә, беҙҙең менән уйнарға. (йырлый, бейейҙәр). Һеҙ шулай бәхетлеһегеҙ, уйнайһығыҙ,бейейһеғеҙ, күбәләктәр кеүкһегеҙ. Улар ҙа һеҙҙең кеүек уйнайҙар, осалар, бар донъяны күрә алалар. Күбәләктәр минең тирәлә осалар. (моңһоҙ һауаға ҡарай). Наҙланып баҡҡанда офоҡҡа үрелеп күбәләк килмәһә көтәмен тилмереп. Ромашкалар йылмая, кыңғыраулар тирбәлә күбәләктәр кыуанышып уйнап оса минең тирәлә.
Наҙгөл: Бәхетле күбәләктәр.
Яҙгөл: Их, беҙгә лә шулай һауаға күтәрелеп дөнъяның бар гүҙәллеген күрәһе ине. (бер яҡта мәскәй әбей уларҙы күҙәтеп тора).
Мәскәй әбей: Ошо Ҡыҙҙар мине көнләштерә. Ошо ҡыҙҙар яҙҙыра аҡылдан. Изге шишмәләрҙәй саф тауышы ҡотолорға нисек был ҡыҙҙан? Теләктәре әйҙә ҡабул булһын, күбәләктәр булып осһондар. Сихыр япмаһын килтерегеҙ, мәңгелеккә шулай ҡалһындар. ( сәскәгә әйләнә).
II күренеш
Автор. Айҙар, йылдар үттеләр. Ағыр һыуҙар аҡтылар .Күбәләктәр ҙә хәҙер үҙгәрҙеләр,үстеләр,сихырҙан ҡотҡарырҙай ,изге кеше көттөләр. Йыраҡтарға осоп, донья гизеп осоп китер ине күбәләктәр сәскә булып үскән апайҙарын ташлап китә алмай йөрәктәр.
1-се к-к.Мәскәй әбей беҙҙе сихырланы,татыу йәшәгәнгә көнләшеп.
2-се к-к. Иламагыҙ инде һеңелдәрем.
Яҙмышыбыҙ шулай язылған.
Беҙҙе сихырҙан ҡотҡарырдай
Берәй дарыу әле бар микән?
Сәскә. Иламағыҙ инде һеңелдәрем!
Яҙмышыбыҙ шулай яҙылған.
Һеҙ күбәләк, ә мин сәскә булып
Йәшәү өсөн сихыр ҡоролған
1-се к-к. Мәскәй әбей беҙҙе сихырланы
татыу йәшәгәнгә көнләшеп
Күбәләктәр булып осор өсөн
Күпме хыялландым, тигәнем.
Теләктәрем инде ҡабул булғас
Күҙ йәштәрен түгем иланым.
2-се к-к. Әсәкәйем иҫән булһа, был Дуҫар булмаҫ инек инде беҙ. Килерме икән беҙҙе ҡотҡарырдай берәй иҙге кеше, иҙге көн.
Сәскә. Ярай, ҡайғырмағыҙ. Һүҙҙәремде тыңлағыҙ. Күңелегеҙҙе йыуатырға әҙерәк осоп килегеҙ.(к-р осоп китә).
Йырлап һаҡалтай инә.
Урмандарға инһәң һыҙырып ин
Һелкенмәгән ағас кҡалмаһын.
Егет. Һаумы, бабай, исәнһеңме? Йырҙарыңды тыңлап бошондом. Ниндәй сәскә,ниндәй күбәләктәр? Әйтсе,бабай, ниндәй кыҙҙар тиеп, бик моңланып шулай йырладың? 
Һаҡ-й. Бынан бик куп йылдар элек йәшәй ине һылыу бер ҡатын. Өс матур ҡыҙҙары ла бар ине. Биҡ дуҫ татыу инеләр.Улаҙың татыулығына ҡыҙышып Мәскәй әбей уларҙың икәүһе күбәләккә, береһен сәскәгә әлендерҙе.
Егет. Ә уларҙың тылсымын бөтөрөп буламы һуң?
Һ-й. Була ләкин бүген һуңгы көн. Мәскәйҙең 3 шарты бөгөн үтәлмәһә, ҡыҙҙар мәңге шулай ҡаласаҡ.
Егет. Ҡыҙҙарҙы мин ҡотҡарырмын, тик әйт әле нимәләр эшләргә кирәк?
Һ-й. Беренсе шарты, уҡтан атып серле һандыҡты аҫырға кәрәк. Әгәп тейһә, моңло тауыш ишетелер.(егет уҡтан ата, тауыш ишетелә).
Һ-й. 2-се шарты йомаҡтын яуабын табырға.
Иң һимеҙе нимә? Ул ер.
Иң гүзәл һәм иң ҡот оҫҡос нәмә? Тел. Тел менән иркәләү, тоғро булыу һәм һөйөү һүҙҙәре әйтәбеҙ. Тел менән тыныслыҡ урнаштыра беләбеҙ, тел менән ирек «Ирек» һүҙен әйтәбеҙ, тел менән шулай уҡ нәфрәт һүҙе лә ә йтәбеҙ. Тел менән һуғыш иғлан итәбеҙ тел менән ҡыҙыҡ һүҙ әйтәбеҙ. Бына шуңа күрә иң гүзәл нәмә лә һәм иң ҡот осҡос нәмә лә.
3-сө йомаҡ. Доньялағы иң яҡты, иң иҙге нимә ул?
Иң иҙге нәмә ул-әсә фатихаһы.
Ул кешеләрҙе насарлыҡтан һаҡлай,
Юл күрһәтә, яҡшылыҡҡа өндәй.
Һуңғы шарты бына был ҡурайҙа уйнарға.Әгәр ҡурай моңо сихырҙы эретә алһа, күбәләктәрҙең сихыры бөтөр, улар кире ҡыҙҙарға әйләнер.(Егет уйнай, ҡыҙҙар әкрең генә бейей башлайҙар).
1-се кыҙ. Рәхмәт инде, рәхмәт, егет. Кеше булыу уҙе мең шатлыҡ. Ниндәй теләгең бар әйтсе, егет,үтәрбеҙ беҙ уны һис шикһеҙ.
Егет. Минем бар теләгем,туғандарымда күп булуында. Ә әсәйемдең теләге-ҡыҙҙар булыу. Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе әсәйем янына алып ҡайтайым. Әсәйем бик шатланыр (әсәләре янына китәләр)
Әсәй,ҡыҙым юҡ тип ҡайғыра инең,бына һиңә өстө алып ҡайттым. Таныш бул,был ҡыҙҙар хәҙер минең апаларым булыр.
Әсә. Йөрәгемдең иң түренән генә
Һеҙҙең өсөн урын бирермен.
Гүмеремдең ҡалған өлөшөн дә
Һеҙҙең өсөн янып көйөрмөн.
Ҡыҙ. Әсәкәйем тиеп өндәшербеҙ.
Үҙ әсәбеҙ кеүек күрербеҙ.
Күҙ йәштәрең һинең түктермәбеҙ
Фатихаңды тотоп йәшәрбеҙ.
Әсә. Әй кешеләр, һеҙгә өндәшәм. Мин-әсә, ҡатын-ҡыҙ, кешелекте тыуҙырыусы. Киләсәк тә минең ҡулымда. Бына ошо балаларымды халыҡҡа файҙа килтерерҙәй кещеләр итеп тәрбиәләү минең иҙге бурысым. Милли рух үстерү,әсә һөтөнән, бишек йырҙарынан башлана .Үкенүҙәр солғамаһын бусағаға еткәндә риза булһын атай- әсәй мәңгелеккә киткәндә.Сәскәләр ерҙе матурлаған кеүек балалар ҙа тормоштоң йәме бит. Әй кешеләр, балаларҙы етем итмәгез . Йыр “ Әсәләр фатихаһы” (бөтәһе лә йырлайҙар).
Башҡортостан Республикаһы
Балтас районы муниципаль районы мәғариф бүлеге»
муниципаль ҡаҙна учреждениеһы
Боғҙан мәктәбендә
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары

2016 йыл