Башҡорт теленән дидактик материалдар
Тема: Сифат
№1.
Сифаттар өҫтәп, тексты уҡығыҙ һәм күсереп яҙығыҙ.
... яҙ килде. Ер өҫтө ... үлән менәнҡапланды. ..., ..., ..., күбәләктәр осалар. ... сыйырсыҡтар, ... һандуғастар, ... кәкүктәр һайрашалар.
№2.
Түбәндәге исемдәргә сифаттар табып яҙығыҙ.
Ҡыяр, күлдәк, помидор, ямғыр, буран, китап, уҡыусы, ҡояш, йәй, ҡыш.
№3.
Бирелгән сифаттарға исемдәр табып яҙығыҙ.
Аҡ, һалҡын, эҫе, йәшел, ҡара, тоҙло, ҙур, бәләкәй, киң.
№4.
Уҡығыҙ. Бирелгән һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап бирә. Сифаттарҙы ғына айырып яҙып алығыҙ.
ағас көҙ йүгерә йылмая
үлән яҙ уҡый матур
зәңгәр йәй өҫтәл яңы
сәскә ҡыш дәфтәр ҙур
№5.
Уҡығыҙ. Бирелгән сифаттарға ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр табып яҙығыҙ.
тоҙло һай еңел
йомарт эре йәш
һалҡын йомшаҡ яҡшы
ҡаты матур киң
аҡ ҙур аҡыллы
№6.
1. Йомаҡтарҙы уҡығыҙ, яуаптарын табығыҙ.
1.Ҡыҙыл төймә таптым, 3.Һыу өҫтөндә һары май
Ауыҙыма ҡаптым. Батмай ҙа, иремәй ҙә.
2.Үҙе ҡып-ҡыҙыл, 4. Ҡышын да йәшел,
Күлдәге йәм-йәшел. Йәйен дә йәшел.
2. Йомаҡтарҙы күсереп яҙығыҙ, сифаттарҙың аҫтына тулҡынлы һыҙыҡ һыҙығыҙ.
Бирелгән сифаттарҙың синонимдарын табып яҙығыҙ.
Ҙур, ... ...
Матур, ... ...
Саф, ... ...
Аҡыллы, ... ...
№8.
Бирелгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөгөҙ. Ниндәй сифаттар бирелгән.
“Аҙашҡан” хәрефтәртәр.
Лыҡҙы, ҡа, ккү, оһро, шәлйе, ааҡр, ыһар, ла.
№9.
Бирелгән тексты уҡығыҙ. Сифаттарҙы табып, үҙе бәйләнеп килгән исем менән күсереп яҙып алығыҙ.
Һауа зәп-зәңгәр. Аҡһыл болоттар араһынан март ҡояшы йылмая. Мин тирә-яҡҡа ҡарай-ҡарай атлайым.Ана көлә-көлә аҡ комбинезон, аҡ бүрек кейгән ҡыҙыҡай килә. Ул бәләкәй генә аҡ эт етәкләгән. Эте шундай һөйкөмлө. Йә тирә-яҡҡа тартыла, йә ҡарға аунап уйнай. Эт миңә тартылды. Ә ҡыҙыҡай этен йәһәт кенә күтәреп алды ла йүгереп киттеп барҙы. (Р.Назарова)
№10.
Бирелгән сифаттарҙы төрлө дәрәжәлә ҡуйып яҙығыҙ.
Зәңгәр, ал, аҡ, ҡыҙыл, ҡара, һары.
Мәҫәлән: ҡара, ҡарараҡ, ҡап-ҡара, ҡараһыу.