Просмотр содержимого документа
«Башкортостан-родина чемпионов»
Тема:Башҡортостан- чемпиондар иле. Һөйләм.
Маҡсат:1.Тыуған илде һөйөү, Ватан менән ғорурланыу тойғоһо
тәрбиәләү.
2.Һөйләм тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һөйләмдәрһең
төрҙәрен билдәләү.
3.Телмәр үҫтереү.
Йыһаҙландырыу: дәреслек, презентация,” Аманат” журналы
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу өлөшө.
Уҡытыусы. Бөгөнгө дәрестә Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың чемпиондары хаҡында һөйләшербеҙ.
2. Фонетик күнегеү.
Башҡортостан!
Данлы исемеңдең
Яңғыраһа сыңрап өндәре,
Сағыуыраҡ күрәм мин халҡымдың
Бөйөк эшен, матур көндәрен!
3. Уҡытыусы. Һәр төрлө донъя, ил күләмендәге ярвш бәйгеләрҙән яҡташтарыбыҙ еңеү менән ҡайтыуына күнегеп тә бөтөлгән инде. Тамара Танһыҡҡужина, Максим Чудров, Ксения Москвиналар ни тора?
4. 2009 йыл республика спорт һөйөүселәренә ярайһы ғына уңыштар алып килде. Яҡташыбыҙ Максим Чудов уңыштары менән беҙҙе А. таныштырыр.(уҡыусы һөйләй).
5. Үҙебеҙҙең милли көрәш буйынса беренселектәрҙә лә яҡташтарыбыҙ һынатмай. Әйткәндәй, шундай алыштарҙың береһе Ҡазанда үткәйне. Был ярыштар менән беҙҙе Наташа таныштырыр.
Эйе, ысынлап та, милли көрәш- популяр спорт төрө. Бер генә һабантуй ҙа был сараһыҙ уҙмай. (презентация)
6. Ксения Москвинаның уңыштары хаҡында Галя һөйләп үтер.
7. Уҡытыусы. Беҙҙең Бәләбәй ҡалаһында үҙебеҙҙең чемпиондарыбыҙ йәшәй. Улар араһында Ирек Маннанов,…Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Параолимпия уйындары еңеүселәре тренеры Салауат Ғумәров. Һүҙҙе уға бирәйек, рәхим итегеҙ, уңыштарығыҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ.
Әңгәмәгеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
8.Грамматик материал өҫтөндә эш. Һөйләм тураһында төшөнсә. Һөйләм тамамланған уйҙы белдерә. Интонацияға ҡарап һөйләм өс төргә бүленә:
хәбәр һөйләм
өндәү һөйләм
һорау һөйләм
миҫалдар килтереү
9.71-се күнегеү өҫтөндә эш. Башҡортостан- чемпиондар иле тексын уҡытыусы тасуири уҡый.
-Һүҙлек эше үткәрелә: яуланы-
ике тапҡыр-
әүерелә-
-тексты үҙ аллы уҡыу
-тәржемә итеү
10.Йөкмәткеһе буйынса һорауҙар:
-Олимпия уйындары еүеүселәренән кемдәрҙе әйтә алаһығыҙ?
-Ни өсөн Ғ.Ҡадиров- легендар герой7
11.Йомғаҡлау, баһалау.
12.Өй эше.” Минең яратҡан спортсым” тигән темаға материал әҙерләп килергә.